Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 04:00

Башҡортостанда водитель ҡыҙҙы машина капотына ултыртып йөрөткән

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы капотҡа ултыртып йөрөткән водителгә яза биргән

Башҡортостанда водитель ҡыҙҙы машина капотына ултыртып йөрөткәнБашҡортостанда водитель ҡыҙҙы машина капотына ултыртып йөрөткән
Башҡортостанда водитель ҡыҙҙы машина капотына ултыртып йөрөткән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй районында ҡыҙҙы машина капотына ултыртып йөрөткән водителде тапҡан. Тәртип һаҡсылары «ВАЗ-2107» рулендәге водителдең 18 йәшлек егет икәнен асыҡлаған. Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүен таныған һәм барлыҡ водителдәрҙе лә уларҙы үтәргә саҡырған.

Ҡағиҙә боҙоусыға ҡарата алты административ материал төҙөлгән.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас