

12 июнь – Рәсәй көнө. Рәсәй – Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ! Уның – мең йыллыҡ тарихы, ҙур территорияһы, уникаль тәбиғәт һәм рухи байлығы булған, күп халыҡтарҙы, мәҙәниәттәрҙе һәм дини конфессияларҙы берҙәм дәүләт сиктәрендә берләштергән ил. Был көндө һәр беребеҙ үҙен бөйөк державаның бер өлөшө итеп тоя. Рәсәй дәүләте тарихының иң ҡатмарлы осорҙарында уны һәр ваҡыт рух ныҡлығы, граждандарҙың дуҫлығы, берҙәмлеге ҡотҡара, улар Ватанды бойондороҡһоҙ, көслө һәм матур итергә ынтылыуҙа һәр ваҡыт берҙәм була. Ошо уңайҙан беҙ ҡала хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Николаевич Шорохов менән әңгәмәләштек.
– Павел Николаевич, Һеҙҙең өсөн Рәсәй көнө нимәһе менән мөһим?
– Минең өсөн был бөйөк һәм мөһим байрамдарҙың береһе. Сөнки ул дәүләтебеҙҙең бөйөклөгөн, илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт һәм төрлө дин кешеләренең берҙәмлеген, татыулығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Рәсәйҙә төрлө халыҡтар дуҫ ғаилә булып йәшәй, шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһенең милли үҙенсәлектәре лә һаҡлана. Күп быуаттар бергә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙ барыбер төрлө милләт кешеләре булып ҡалабыҙ, әммә татыу йәшәйбеҙ.
– Ҡалабыҙҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү буйынса эш юғары кимәлдә алып барыла. Ошо йүнәлеш тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине. Ниндәй учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары бар, ниндәй саралар үткәрелә?
– Эйе, Стәрлетамаҡта үҫеп килеүсе быуынды, граждандарҙы гражданлыҡ һәм патриотик рухта тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Ҡалабыҙҙа ике өҙлөкһөҙ әҙерлек үҙәге эшләй. Йәштәр өсөн был “Отечество” хәрби патриотик тәрбиә биреү һәм “ДОСААФ” автомәктәп базалары нигеҙендә, белем биреү учреждениеларында башланғыс хәрби әҙерлек кабинеттары (тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре) эшләй. Унда йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Тәрбиә биреү ул, мәҫәлән, хәрби эшкә өйрәнеү, егеттәрҙе армияла хеҙмәт итергә өйрәтеү генә түгел, ә тарихты өйрәнеү, ҡалала үткәрелгән һәм тыуған илгә, ғаиләгә ҡарата һөйөүгә йүнәлтелгән төрлө сараларҙа ҡатнашыу. Сөнки бындай сараларҙа ла балаларҙы үҙ илеңде, ғаиләңде яратырға, хөрмәт итергә өйрәтәләр.
Стәрлетамаҡта ветерандар хәрәкәте ҙур үҫешкән. Был беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм үҙенсәлеге менән айырылып тора. Беҙҙең ветерандар ойошмаһы бик ҡеүәтле, тип әйтерә мөмкин, тәү сиратта, ветерандар советы, унда 10 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Уның составына Чечен Республикаһы союзы ағзалары инә, унда 2 меңдән ашыу кеше, Афғанстан ветерандары союзы – 150 кеше. Һәм бөгөнгө көндә МХО зонаһында хеҙмәт итеүселәр ассоциацияһы булдырыла. Әлеге ваҡытта советтар формалаша, ә егеттәр хеҙмәт итеп ҡайтҡас үҙҙәре рәйес һайлап аласаҡ.
Ҡаланың үҙенсәлеге шунда – ветерандар ойошмаһы ҡала хакимиәтенән ярҙам һорап ҡына ҡалмай, ә хатта үҙҙәре лә аҡса эшләй һәм ошо йыйылған аҡсаның күп өлөшөн улар МХО яугирҙары, теге йәки был һуғышта ҡатнашыусылар ғаиләләренә, инвалидтарға ярҙам итер өсөн үҙҙәренең ойошмаһын нығытыуға йүнәлтә. Ҡалала ниндәйҙер ҙур сара үтергә әҙерләнһә лә, уны ойоштороу идеяһынан алып, тормошҡа ашырыу, финанслауға тиклем тулыһынса ошо ветерандар ойошмаһы ярҙамы менән булдырыла. Мәҫәлән, һуңғы тапҡыр февраль айында патриотик йыр фестивале үтте. Унда ете федераль вокаль-инструменталь ансамбль төркөмө ҡатнашты. Әлбиттә, ҡала хакимиәте төрлө яҡлап ярҙам итә, уға һүҙ ҙә юҡ. Әммә, ошо егеттәр идеяларҙы булдырыуҙа илһамланыдырыусы булып тора.
Шулай уҡ, махсус хәрби операция башланыу менән беҙҙең ҡала ветерандар ойошмаһы республикала тәүгеләрҙән булып гуманитар ылау ебәреүсе булды. Ул ваҡытта береһе лә ярҙам ебәрмәй ине әле. Ылау ҙур түгел, бер газель ғына булды. Ләкин, улар ҡурҡып торманы, сөнки маршрут та, ҡайҙа барырға кәрәк икәнлеге лә билдәһеҙ ине ул саҡта. Тағы бер тапҡыр ҡабатлап үтәм, был ысынлап та үҙенсәлекле һәм ҡалабыҙҙың ветерандар хәрәкәтенең айырым һыҙаты булып тора. Улар дуҫ һәм татыу. Бер-береһе менән тығыҙ һәм аралашып хеҙмәттәшлек итә. Башҡа ерҙәрҙәге кеүек айырым-айырым ойошмаларға бүленмәгән. Хатта бер адрес буйынса ла урынлашҡан. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һәм тырышлыҡ һалалар.
– Моғайын, ошондай шаҡтай ҙур эште, йәштәр блогынан тыш атҡарып сығарыуы мөмкин булмаҫ ине?
– Эйе, һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Ветерандар менән йәштәр йәнәшә атлай. Йәштәр сәйәсәте бүлеге йөҙөндә йәштәр блогы һәр саҡ өлкәндәрҙән үрнәк алып, кәңәшләшеп эш итәләр. Төрлө патриотик һәм фәһемле саралар үткәрә. Әгәр ветерандар ойошмаһы, үҙ сиратында, ниндәйҙер сара ойошторорға теләһә, йәштәр уларға теләп ярҙам итә. Был бик һөйөнөслө. Шуны әйтергә теләйем, беҙҙең ҡалала бер ойошма ла үҙенә айырым “дәүләт” төҙөмәй. Бөтәһе лә аралашып, татыу һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Стәрлетамаҡта шулай уҡ 40ҡа яҡын йәштәр-балалар йәмәғәт ойошмалары эшләй. Улар ҙа ҡала үҫешенә тос өлөш индерә. Йәштәр ҙә хәҙер төрлө бит. Уларҙы айырым бер төрлө шөғөл менән генә лә ҡыҙыҡһындырыуы ауыр түгел. Кемдер хәрби эш менән шөғөлләнә, икенсеһе ижадты үҙ итә, өсөнсөһө баш-көллө спортҡа сумған. Һәм йәштәр ойошмаһының тармаҡлы булыуы уларға теге йәки был өлкәлә күңеленә ятҡан эш табырға ярҙам итә.
Шулай итеп, йәштәр иҫ киткес ҙур эш башҡара, ирекмәндәр хәрәкте генә лә ни тора! Ҡалабыҙҙа 37 меңгә(!) яҡын ирекмән теркәлгән. Был, әлбиттә, ҡалабыҙҙа шул сама ирекмән ҡала буйлап өймәкләшеп йөрөй тигәнде аңлатай. Кемдер ҡасандыр Добро.ru платформаһында теркәлгән һәм бер тапҡыр ғына ҡатнашҡан. Икенсеһе даими рәүештә күрше инәйгә ярҙам итә һәм был турала бер ерҙә лә маһайып, ҡысҡырып йөрөмәй.
Өҫтәүенә, бөгөнгө көндә йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә унда теркәлә. “Аструм” сауҙа үҙәгендә маскировкалау селтәрҙәре үргән өлкән йәштәге ирекмәндәрҙе барыһы ла беләлер, моғайын. Бында 50-60лап кеше көндә Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә: кемдер ойокбаш бәйләй, икенселәре окоп шәмдәре ҡоя һ.б. Унда күңелгә тыныс һәм айырыуса йылы мөхит хөкөм һөрә. Был әлеге ирекмәнлектең һәм ҡалаға ярҙам итеүҙең асыҡ миҫалы булып тора ла инде.
– Стәрлетамаҡ һәр саҡ этник-ара һәм милләт-ара дуҫлығы менән дан тота. Ошондай еңел булмаған ваҡытта яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлауы ауырмы?
– Ҡалабыҙҙа 80гә яҡын милләт вәкилдәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, теге йәки был дингә өҫтөнлөк бирелмәй. Уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн бер тигеҙ, үҙ-ара татыу йәшәйҙәр. Ҡалала конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссия эшләп килә. Унда беҙ төрлө милләт вәкилдәрен саҡырабыҙ, һәр береһенең фекерен һәм позицияһын иғтибарлап тыңлайбыҙ. Әгәр береһенә нимә менәндер ярҙам итәбеҙ икән, икенсеһен айырмайбыҙ. Ҙур эш башҡарған, ҡала халҡын дөрөҫ юлға баҫтырған, үҙ нәсихәттәрен биргән имамдарға, руханиҙарға (священниктарға) ҙур рәхмәт белдергем килә. Махсус хәрби операция башланғандан алып, дингә тартылыусылар, ғибәҙәт йорттарына килеүселәр ҙә күбәйҙе. Милләтме, йә дин мәсьәләһе булһын мы, улар араһындағы балансты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.
Ҡала хакимиәте лә, төрлө структур подразделениелар һәм предприятиелар ҙа әңгәмә өсөн асыҡ, төрлө саралар һәм байрамдарҙы бергә һөйләшеп үткәрәбеҙ. Минең уйлауымса, берҙәм татыу эш кенә ошондай һөҙөмтә килтерәлер ул, моғайын.
– Павел Николаевич, махсус хәрби операция яугирҙары ла илһөйәрлек хис-тойғоларын тәрбиәләү буйынса ҙур өлөш индерә. Улар менән мөнәсәбәтте яйға һалыу тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Барыһына ла билдәле, бөгөнгө көндә МХО яугирҙары ул ысын геройҙар һәм уларға тиңләшергә кәрәк. Егеттәребеҙгә, әлбиттә, яуҙа еңел түгел. Мәҫәлән, махсус хәрби операция илебеҙҙә кемдең кем икәнлеген асыҡларға ла ярҙам итте. Әйтәйек, Рәсәйҙең ҡайһы бер халыҡ артистары махсус операция башланыу менән ҡасып тигәндәй сит илгә сығып китте. Китеп кенә лә ҡалманы, илебеҙҙе төрлө яҡлап яманлап, бысраҡ яуҙырып яталар.
Ә бына үҙенең мин-минлеген күрһәтмәгән, маһаймаған, хатта беҙ уларға иғтибар ҙа итмәгән кешеләр, тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫа. Һәм мин, шулай ҙа иғтибар күбеһенсә уларға йүнәлер, тип ышанам. Сөнки ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала МХОсылар, һис шикһеҙ, үҫеп килеүсе быуынды патриотик яҡтан тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, өлкәндәр һәм йәштәр ҡатнашлығында ҡалабыҙҙа үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, һуңғы тапҡыр махсус хәрби операция яугиры Дмитрий ҡалабыҙҙа үткән велоуҙышта ҡатнашты, ҡала халҡына сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул хакимиәт башлығы менән бергә беренсе рәттә ҡалабыҙ буйлап йөрөнө, ихлас аралашты. Әйткәндәй, яугир өсөнсө йыл инде алғы һыҙыҡта, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай.
– Егеттәрҙең барыһы ла сараларҙа теләп ҡатнашамы?
– Төрлөһө бар. Кемдер ике аҙнаһын ғаиләһе менән генә үткәрергә теләй, беҙ уларҙы яҡшы аңлайбыҙ, икенселәре киреһенсә, башҡалар менән уртаҡлашҡыһы килә, тылдағыларҙың унда тормош нисек үтеүен белһен тигән фекерҙә. Һуңғы ваҡытта тарихты “үҙгәртеүселәр” күбәйҙе... Ә ҡайһы берәүҙәр ҡалалар йәки райондар егеттәребеҙгә ярҙам итмәй, гуманитар ылау ебәрмәй, тип уйлап сығарып һөйләй. Ә бына, мәҫәлән, Дима бындай һүҙҙәрҙең хаҡ булмауын кешеләргә еткергеһе килә. Ул хеҙмәт иткән подразделениела төрлө өлкәләрҙән, республикаларҙан егеттәр бар, һәм ебәрелгән ярҙамдың 75 проценты Башҡортостандан!
Хатта, шулай уҡ республика етәксеһе лә, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары ла бер генә түгел, бер нисә тапҡыр махсус операция зонаһына ылау менән барып, егеттәрҙең хәлен белеп ҡайтты бит.
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә локаль конфликттар ветераны, хәрби хеҙмәт үткәнһегеҙ. Яуҙаштарығыҙ менән аралашып тораһығыҙмы?
– Эйе, аралашып торабыҙ. Әммә хәҙер 20 йыл үтте инде. Эшемә бәйле ваҡытым да етмәй. Ҡораллы Көстәрҙән демобилизацияландым, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иттем. Шуны ҡабатлап үтәм, бөгөнгө көндә геройҙар бөтөнләй икенсе һәм иғтибар тулыһынса МХО яугирҙарына йүнәлтелде, сөнки һәләк булыусылар масштабы буйынса улар иң күбе. Ысын геройҙар унда, алғы һыҙыҡта!
– Һәм Рәсәй көнө уңайынан ҡала халҡына ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
– Бөгөнгө көндә илебеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша, һәм шуны әйтергә теләр инем, берҙәм һәм татыу булығыҙ, сөнки илебеҙ берәү генә. Һәр кем үҙ урынында үҙ эшен еренә еткереп, намыҫлы башҡарһын ине. Кем икәне мөһим түгел, урам йыйыштырыусы мы ул, йә юғары вазифа биләүсе ме... Егеттәребеҙ уларҙы бында көтәләр, уларҙың ғаиләләре ҡараулы, балалары белем биреү учреждениеларында сифатлы белем ала, ҡалабыҙ үҫешә, Еңеү яуланһын өсөн кешеләр ҡулынан килгәнсе ярҙам итә, тип белһен. Әйтер һүҙем шул. Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас ҡотолайым!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Павел Николаевич, һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар!
Әңгәмәне Әлфиә МАНСУРОВА ҡорҙо.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотоһы.