Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 06:38

“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”

Тыумышы менән ул Салауат ҡалаһынан, 10 йәшенә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә. Артабан уны ирле-ҡатынлы Әбсәләмовтар ғаиләһе – Әнисә Рәжәп ҡыҙы һәм Фәнил Сәйфулла улы ҡарауға ала.

“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”
“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”

Уҙған аҙнала Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәре, ирекмән, ҡала инициативаларында әүҙем ҡатнашыусы, хәрбиҙәр ғаиләләренә ярҙам ойоштороусы Артем Баймөхәмәтов студенттар менән осрашты.

Юғары уҡыу йорто етәкселеге, яугирҙың коллегалары һәм студенттар ҡатнашлығындағы сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә уҙҙы. Артем хәрби хеҙмәт тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, залда ултырыусылар һорауҙарына яуап бирҙе.

Студенттарҙың береһе уға:

Нисек махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттегеҙ тигән һорауға ул:

– Мин был аҙымға ике йыл әҙерләндем. Ул саҡта ҡалабыҙҙың 33-сө мәктәбендә педагог-психолог, педагог-тьютор булып эшләй инем. Һәм бер мәл “Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа” тигән уй килде һәм бер минут та уйлап тормай хәрби комиссариатҡа барып, ризалығымды белдерҙем. Ике көндән ҡуҙғалаһың, тинеләр. Әммә мин юғалып ҡалманым, кәрәкле әйберҙәремде йыйҙым да юлға сыҡтым. Тәүҙә уҡыуҙар үттем, әлбиттә, – тине Артем Баймөхәмәтов.

Әлеге мәлдә “Киндер” позывнойлы яугир штурмлау отрядында ете ай хәрби бурысын үтәй, ул уҙған йылдың 9 октябрендә килешеү төҙөй.

Яугир хеҙмәт иткән подразделениела гүзәл илебеҙҙең төрлө төбәктәренән – Ырымбурҙан, Тольятти, Һамарҙан, Ульяновск, Силәбе өлкәһенән, шулай уҡ Башҡортостандан да егеттәр бар.

Студенттар осрашыуынан һуң яугир менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләштек. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар бирҙем. Ә ул уларға яхлас яуап ҡайтарҙы.

Йыш ҡына МХО зонаһына ирекмәндәр йыйып ебәргән гуманитар ярҙам барып етмәй, тип ишетергә тура килә, ысынлап та шулаймы? – тип һораным “Киндер”ҙан.

– Әлбиттә улай түгел. Бөтөнләй. Ярҙам килеп еткән көндө ниндәй часть килеп алыуын да алдан әйтәләр. Артабан әйберҙәрҙе теҙеп ҡуялар һәм һәр яугир үҙенә нимә кәрәк, шуны килеп ала. Әммә, иң хисләндергәне, иңебеҙгә ҡанат ҡуйғаны – балаларҙың яҙған хаттары. Беҙ ысынлап та ҙур эш эшләүебеҙгә, вариҫтарыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн көрәшеүебеҙгә инанабыҙ. Кемдер ул хаттарҙы үҙе менән йөрөтә, һәм ауыр саҡта алып уҡый, икенселәре ҡәҙерләп, әйберҙәре араһына һалып блиндажда һаҡлай.

Тыумышы менән ул Салауат ҡалаһынан, 10 йәшенә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә. Артабан уны ирле-ҡатынлы Әбсәләмовтар ғаиләһе – Әнисә Рәжәп ҡыҙы һәм Фәнил Сәйфулла улы ҡарауға ала. 9 класҡа тиклем Көйөргәҙе районында уҡый. Һуңынан Мәләүез ҡалаһының индустрия колледжына уҡырға инә. 2018 йылда БДУның Стәрлетамаҡ филиалына документтарын тапшыра. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ике юғары белемле.

– Миңә йәштәр менән эшләүе һәр саҡ оҡшаны һәм оҡшай, хеҙмәтемде тамамлағас та ошо юҫыҡта эшләүемде дауам итәсәкмен, – тип өҫтәне ул.

Хеҙмәтегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙ әле. Ғаиләгеҙҙе, дуҫтарығыҙҙы, тыуған яғығыҙҙы һағынаһығыҙмы?

– Ауыр, ҡурҡыныс, әлбиттә. Хәҙерге һуғыш бөтөнләй икенсе тиһәләр ҙә, уйын түгел. Иң ҡыйыны яуҙаштарыңды юғалтыу. Төрлө хәл-шарттарҙа бер-беребеҙҙе яҡларға әҙер торабыҙ. Педагог-психолог булараҡ, яуҙаштарыма психологик ярҙам да күрһәтәм. Шулай уҡ, һөнәрем ғәҙәти булмаған хәл-шарттарға яраҡлашырға ла булышлыҡ итте. Яҡындарымды һағынам, эйе, әммә мин һәр саҡ хәрәкәттә бит. Килешеү төҙөгәнгә тиклем дә ирекмәндәр менән ниндәйҙер изге ғәмәлдәр ҡылыпк, кемгәлер ярҙам итә инек. Мин өйҙә ултырмайым, унда йоҡларға ғына ҡайтам. Ҡайҙа барғанымды аныҡ аңлай инем, шуға күрә яуҙа мин үҙемде рәхәт тоям. Унда ла бындағы кеүек тормош ҡайнай.

Сараға йыйылыусылар “Киндер”ҙың һөйләгәндәрен иғтибарлап һәм бер тында тыңланы, төрлө һорауҙар бирҙе, яуҙағы көнкүреш, рух ныҡлығы һәм уның шәхси кисерештәре һәм борсолоуҙары тураһында белергә теләне. Геройыбыҙ улар менән ихлас аралашты, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Һәм шуны әйтергә теләйем, беҙ Украина менән түгел, ә нацистар менән һуғышабыҙ, – тип өҫтәп ҡуйҙы ул сара аҙағында.

Был осрашыу мәғлүмәт менән алмашыныу ғына түгел, ә ысынлап та ҡыйыулыҡ, рух ныҡлығы һәм илһөйәрлек тураһында иҫкәртеү булып тора. Ватаныбыҙ саҡырғанда әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, егеттәр. Илебеҙҙе яҡлап лайыҡлы хеҙмәт итеп, Еңеү менән ғаиләләрегеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фотолар яугирҙың шәхси архивынан һәм республика матбуғат хеҙмәтенән.

 

Республика Башлығы Р.Хәбиров Артемға генерал Шайморатов миҙалын тапшырған мәл.

Студенттар менән осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте.

“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”
“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”
“Ә ниңә миңә лә илебеҙ һағына баҫмаҫҡа”
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас