Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июнь 2025, 03:00

Милли берләшеү һәм дөйөм ышаныс кәүҙәләнеше!

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы!

Милли берләшеү һәм дөйөм ышаныс кәүҙәләнеше!Милли берләшеү һәм дөйөм ышаныс кәүҙәләнеше!
Милли берләшеү һәм дөйөм ышаныс кәүҙәләнеше!

Һеҙҙе Рәсәй көнө – илебеҙҙең үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында тығыҙ бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә алыусы иң йәш дәүләт байрамдарының береһе менән ҡотлайым!

Был көн барлыҡ Рәсәй халҡын берләштереп, Ватанға һөйөү һәм үткәндәргә ихтирам уята, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында яуаплылыҡ һәм хәстәрлекте үҙ эсенә ала. Беҙ Рәсәйҙең бай тарихы, мәҙәниәте, иҡтисади торошо һәм ҡаҙаныштары менән һәр саҡ хаҡлы ғорурланабыҙ. Тыуған илебеҙ көслө булһын, ижтимағи һәм сәйәси яҡтан артабан да үҫешһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Хөрмәтле стәрлетамаҡлылар, байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм Тыуған илебеҙ хаҡына көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөйөк Рәсәй киләсәктә лә сәскә атһын, халыҡтар дуҫ һәм берҙәм йәшәһен!

Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас