

Ҡалабыҙҙа йәнә бер уҡыусы рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған. Ул – 5-се гимназия уҡыусыһы Дамир Заһиҙуллин. Шулай уҡ Дамирҙың химия буйынса юғары һөҙөмтәһе – 99 балл.
Егеттең ҡыҙыҡһыныу даирәһенә геология һәм география, экология һәм химия фәндәре инә. Ул химия буйынса “Ю.А. Гагарин кубогы” олимпиадаһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының 8-11 класс уҡыусылары араһында химия буйынса Республика олимпиадаһы еңеүсеһе, Росхимдың Химия һәм химия технологияһы буйынса ҙур олимпиадаһы призеры, география һәм химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этаптары призеры.
Дамирҙы, уның ата-әсәһен һәм шундай уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткән уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ! БДИлағы юғары һөҙөмтәләр һәм олимпиадаларҙағы еңеүҙәр – сифатлы белем һәм ҙур эш һөҙөмтәһе ул. Артабан да бары тик уңыштар ғына!
Фото - Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ сәхифәһенән.