

- Килешеү төҙөү - Ҡытай партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы нөктәләрен билдәләүгә яңы аҙым. Беҙ һөҙөмтәле инвестиция кооперацияһына ынтылабыҙ, уның сиктәрендә эске һәм тышҡы баҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтле юғары технологиялы продукция етештереү маҡсатында урындағы бизнес-берләшмәне Башҡортостандың етештереү майҙансыҡтарына йәлеп итергә ниәтләйбеҙ, – тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Ҡытайҙа булыу программаһының төп пункттарының береһе булып Сучжоу ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһына һәм шул уҡ исемле индустриаль паркка барыу булды. Парк буйлап экскурсиянан Һуң Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы, унда үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған 40-тан ашыу компания-резидент ҡатнашты. «Алға» иҡтисади зонаһына айырыуса иғтибар бүленә. Компанияның идара итеүсе директоры Артем Пензин сит ил инвесторҙарына бизнесты уның территорияһында урынлаштырыу өҫтөнлөктәрен, резиденттар өсөн өҫтөнлөктәрҙе һәм уларҙың проекттарын үҫеш корпорацияһы менән оҙатыуҙы тәҡдим итте.
- Әлеге ваҡытта «Алға» иҡтисади зонаһы – ул үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 62 миллиард һум самаһы аҡса һалырға ниәтләгән 24 резидент. Бөтә резиденттар ҙа башҡа төбәктәрҙә бирелмәгән һалым һәм таможня өҫтөнлөктәре менән файҙалана. Бынан тыш, уларға производстволарҙы асыу өсөн әҙер сәнәғәт инфраструктураһы бирелә, – тип билдәләне үҙенең сығышында Артем Пензин. Ҡытайға бизнес-миссияны тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева етәкләне. Делегация бер нисә сарала, шул иҫәптән Ҡытай эшҡыуарҙары менән b2b-һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Унда Үҫеш корпорацияһы вәкилдәре лә ҡатнашты.