

Йәй башланды ғына, ә Башҡортостанда ун урман янғыны теркәлгән. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ете осраҡта янғынға кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе килтергән, башҡаларына тәбиғи факторҙар сәбәпсе булған һәм бер осраҡта янғын ағастарға электр линияһынан күскән. Ут зарарлаған майҙан 25 гектарҙан ашыу тәшкил итә.
Урмандарҙа янғын сығыу хәүефе йыш ҡына апрелдә үк, ҡар иреү һәм йылы, ҡоро һауа торошо урынлашыу менән барлыҡҡа килә. Быйыл да шулай булды. Шул сәбәпле, 18 апрелдән алып властарҙың махсус ҡарарына тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.
Янғынға ҡаршы махсус режим нимә аңлата?
Был – янғын һүндереү ҡурҡынысы ҙур һәм өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк, тигән һүҙ. Мәҫәлән, усаҡ тоҡандырырға, хатта үҙ участкаңда сүп-сар яндырырға ла ярамай, урман аҡланында шашлыҡ ҡурыу ҙа тыйыла. Был ҡағиҙәләрҙең үтәлешен янғынға ҡаршы инспекторҙар, урмансылар, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре ҡаты күҙәтә. Улар даими рәүештә рейдтар үткәрә һәм хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һала.
Ғәҙәттә янғынға ҡаршы режим көҙ уртаһына тиклем дауам итә, әммә иң киҫкен осор – ныҡ эҫе булған йәй башы.
Белеп тороғоҙ: республиканың өс районында урманға инеү тыйыла
Йәйен янғындар ҡурҡынысы күп тапҡырға арта. Һауа температураһы +30 градусҡа тиклем күтәрелә, йыш ҡына көслө ел сыға. Бындай шарттарҙа янғындың ҡот осҡос тиҙлек менән таралыуына бер шырпы йәки һүнмәгән тәмәке төпсөгө лә етә.
Статистика күрһәтеүенсә, һауа торошо һәм урындағы ландшафт үҙенсәлектәренә бәйле, урман янғындары йышыраҡ Урал аръяғында теркәлә. Ошо көндәрҙә төбәктең Урман хужалығы министрлығы Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарында янғынға ҡаршы талаптарҙы көсәйтергә ҡарар итте. 26 майҙан 15 июнгә тиклем граждандарға урындағы урмандарға инеүҙе тыйҙылар. Сикләүҙәр шул иҫәптән туристарға һәм һунарсыларға ла ҡағыла, шулай уҡ урманға машинала йәки мотоциклда ла барырға рөхсәт ителмәй. Хеҙмәт бурысы буйынса урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеүселәр өсөн генә иҫкәрмә яһала.
Урман янғындарына бәйле хәл киҫкенләшкән осраҡта, сикләүҙәр ваҡыты оҙайтыласаҡ һәм бөтә республика буйынса индерелеүе лә ихтимал.
Хоҡуҡ боҙоусыларға ниндәй штрафтар янай?
Янғын һүндереүселәр, һунарсылар, полиция хеҙмәткәрҙәре көн һайын урмандарға патруллек итә һәм, ысынлап та, хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланһа, штраф һалалар. Әйтергә кәрәк, һуңғы бер нисә йылда властар был өлкәгә ҡағылышлы яуаплылыҡты етди ҡәтғиләштерҙе. Янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн граждандарға быйыл – 40-50 мең һум, ә юридик берәмектәргә 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем административ штраф ҡаралған.
Штрафтар иҫәбенә ҡаҙнаға ингән аҡса янғынға ҡаршы техника һатып алыуға тотонола.
Урман янғындарына ҡаршы көрәш өсөн республикала нимәләр эшләнә?
Әлеге ваҡытта республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре янғындарға юл ҡуймау өсөн юғары әҙерлек режимында эшләй.
– Бөгөнгө көнгә белгестәр 8,5 меңдән артыҡ патруль үткәрҙе, 280 мең саҡрым юл үтте. 4,5 мең саҡрым урман һыҙаты һөрөлдө һәм яңыртылды, янғынға ҡаршы тематикаға арналған йөҙҙән артыҡ аншлаг урынлаштырылды һәм ремонтланды, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Халыҡ менән эшләүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ: әңгәмәләр, лекциялар үткәрәбеҙ, листовкалар, буклеттар таратабыҙ.
Элегерәк республикала кешеләрҙе ашығыс рәүештә ташыу өсөн автобустар, янғын һүндергестәр, күсереп йөрөтөлә торған резервуарҙар һатып алғандар ине. Улар янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләрендә һаҡлана һәм кәрәк булғанда республиканың теләһә ҡайһы нөктәһенә килтерелә. Урман янғыны менән дөрөҫ көрәшергә ирекмәндәрҙе лә өйрәттеләр. Бер нисә йыл элек төбәк Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республика Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты һатып алды. Уны янғын һүндереүгә генә йәлеп итеп ҡалмайҙар, ә яҙғы ташҡын һәм янғындарға бәйле хәлде күҙәтеү өсөн дә ҡулланалар. Автоматик мониторинг өсөн янғындар йыш булған райондарҙа видеокамералар урынлаштырылды. Күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирә.
БЫЛ – МӨҺИМ!
Урман янғынын күрһәгеҙ, тиҙ арала Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 йәки Урман һағының берҙәм номерына – 8 (800) 100-94-00 шылтыратығыҙ.
ЕТДИ ҺОРАУ
Шашлыҡты ҡайҙа ҡурырға мөмкин?
Әлеге ваҡытта янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булғанлыҡтан, парктарҙа, урманда, йылға буйында усаҡ яғыу һәм шашлыҡ ҡурыу ҡаты тыйыла. Шашлыҡты үҙегеҙҙең дачала йәки йорт яны участкаһында ғына әҙерләргә мөмкин. Әммә бында ла, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеүенсә, талаптар бар. Беренсенән, һауа торошона ҡарарға кәрәк: әгәр ел булһа (уның тиҙлеге секундына 5 метрҙан артһа), шашлыҡ ҡыҙҙырыуҙы кисектереп тороу яҡшы. Ел булмаһа, мангал өсөн урын әҙерләгеҙ: ҡоролмаларҙан биш метр ситкәрәк китегеҙ, тирә-яғығыҙҙағы ҡоро үләндәрҙе йыйыштырығыҙ, мангал ағас ботаҡтары аҫтында тормаһын. Үҙегеҙҙе бәлә-ҡазанан һаҡлар өсөн ҡул аҫтында ут һүндергес, һыулы биҙрә, ҡом һалынған ҡумта булһын.
Үкенескә ҡаршы, ҡала шарттарында ла янғындар теркәлеп тора. Тирәк мамығын үртәү арҡаһында ҙур фажиғә булыуы ихтимал. Урманға барғанда ла хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ, артыҡ шырпы һыҙмағыҙ!
Кеше ғәйебе менән сыҡҡан янғындың төп сәбәптәре:
усаҡ тоҡандырып, уны яҡшы итеп һүндермәү;
ҡоро үләнгә шырпы йәки тәмәке төпсөгө ырғытыу;
шешә йәки быяла ярсығы ҡалдырыу – ул, линза һымаҡ тәьҫир итеп, ут сығарыуы ихтимал.