

Ағымдағы йылдың 1 июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гагарин паркында Махсус хәрби операция темаһына бағышланған заманса рәссамдар эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Экспозицияларға МХО зонаһында рәссамдар тарафынан булдырылған картиналар, графикалар һәм зарисовкаларҙың күсермәләре ингән. Был эштәр – художестволы әҫәрҙәр генә түгел, ә һуғыш заманындағы ҡыйыулыҡ, ныҡлылыҡ һәм кешелеклелектең документаль дәлилдәре.
Сәнғәт аша Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтергә теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ.
1 июлдә, 12:00 сәғәттә асыла. Рәхим итегеҙ! 0+