Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Июнь 2025, 07:26

Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....

Юҡты бар итеү өсөн иң беренсе аҡыл, теләк, унан ҙур тырышлыҡ, ваҡыт һәм аҡса кәрәк, ә барҙы юҡ итеү өсөн быларҙың береһе лә кәрәкмәй, башты иҫәргә һалыу ҙа етә. Тибепме, һуғыпмы онтаның да – вәссәләм, эш тамам! Стәрлетамаҡта һуңғыларының артыуы хәүефләндерә.

Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....
Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....

Юҡты бар итеү өсөн иң беренсе аҡыл, теләк, унан ҙур тырышлыҡ, ваҡыт һәм аҡса кәрәк, ә барҙы юҡ итеү өсөн быларҙың береһе лә кәрәкмәй, башты иҫәргә һалыу ҙа етә. Тибепме, һуғыпмы онтаның да – вәссәләм, эш тамам! Стәрлетамаҡта һуңғыларының артыуы хәүефләндерә.

Ҡалабыҙ төҙөкләндерелә, һәм ошо йәһәттән бик күп кеше ҡатнаша, уларҙың һәр береһе үҙ эшен намыҫлы башҡара, ҡала урамдары, парктары һәм аллеялары буйлап ҡала халҡына йөрөргә күңелле, ә беҙгә килгән ҡунаҡтарға күрһәтергә оят булмаһын өсөн эшләнә.

Һәм ҡыйшайған, хатта йығылып ятҡан юл билдәләре, емерек арт-объекттар, тамырҙары менән йолҡоп алынған сәскәләр, онталған, төрлө яҙыуҙар менән сыбарланған туҡталҡалар, юл ситтәренә үк ташлап кителгән ағас ҡалдыҡтары, урамдарҙа һындырылған рәшәткәләр, түңкәрелеп ятҡан сүп-сар һауыттары, балалар майҙансығындағы тәртипһеҙлек – былар үҙенән башҡа кешеләр тураһында уйлай белмәгән вандалдарҙың “почерктары”. Ә бит быларҙың барыһын да тергеҙеү өсөн ҙур көс һәм сығымдар талап ителә.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хоҡуҡ һаҡлау органдарына был йүнәлештә эште көсәйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте: “Мәғариф учреждениелары уҡыусылары һәм студенттары менән мотлаҡ аңлатыу әңгәмәләре үткәрергә яуаплы, атап әйткәндә, яуаплылыҡ саралары тураһында. Бында бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел” тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала етәксеһе.

Әгәр һеҙ, хөрмәтле ҡала халҡы, вандаллыҡ хәрәкәттәренә шаһит булһағыҙ, быны телефонығыҙҙың камераһына төшөрөгөҙ һәм 102 һаны буйынса полицияға хәбәр итегеҙ, шулай уҡ фото йәки видеоны ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәрҙә шәхси смс-хәбәр аша ебәрергә лә була.

Эске эштәр идаралығы менән берлектә хоҡуҡ боҙоусыларҙың шәхестәрен асыҡлайыҡ һәм яуаплылыҡҡа тарттырайыҡ!

Ә.МАНСУРОВА. Фотолар Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.

Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....
Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....
Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....
Матурлыҡты күрә белмәйҙәр күрәһең....
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас