Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Июнь 2025, 11:56

Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...

Ошо көндәрҙә ҡалала Патриотик урамындағы күп фатирлы торлаҡ йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә һигеҙенсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа ирле-ҡатынлы вафат була. Автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма фатирҙа ҡуйылмаған булған.

Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...
Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...

Ошо көндәрҙә ҡалала Патриотик урамындағы күп фатирлы торлаҡ йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә һигеҙенсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа ирле-ҡатынлы вафат була. Автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма фатирҙа ҡуйылмаған булған.

Ут аш бүлмәһен ялмап ала, 4 метр квадрат майҙанда мөлкәт яна. Ирле-ҡатынлының кәүҙәһен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре таба. Ваҡиға урынында 10 янғын һүндереүсе эшләй һәм 4 берәмек техника йәлеп ителә.

Ошоға бәйле, ҡала хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда ағымдағы йыл башынан алып Стәрлетамаҡта янғын хәүефһеҙлеге буйынса үткәрелгән иҫкәртеү саралары һәм ниндәй иҫкәртеү саралары мөмкин булыуы хаҡында һүҙ барҙы. Хәүефһеҙлек саралары ябай, бары тик үтәргә генә кәрәк:

- тәү сиратта, иң һөҙөмтәле ысул, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу;

- уттың асыҡ сығанаҡтарын файҙаланғанда һаҡ булығыҙ;

- мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ;

- газ приборҙары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ;

- электр үткәргестәрҙең һәм электр менән эшләүсе көнкүреш приборҙарының торошон ҡарап тороғоҙ.

Ә.МАНСУРОВА.

Фото - ҡала хакимиәте сайтынан.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас