

Урта белемде күрше Ләмәзтамаҡ мәктәбенә (6-7 километр араны) йәйәү йөрөп уҡый. Бигерәк тә математика фәнен ярата ҡыҙ.
Ҡулына аттестат алғандан һуң, Зилара әхирәте менән Михайловка баҡсасылыҡ училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлап, ауылдарында бер ай ял итәләр ҙә, Иглино ҡасабаһына эшкә баралар. Олораҡ апайҙар был ике сибек кенә ҡыҙҙы йәлләп: “Ғүмерегеҙ буйына резина итек, фуфайка кейеп йөрөргә теләйһегеҙме ни? Икенсе эш эҙләгеҙ”, – тип уларҙы өгөтләп ҡайтарып ебәрәләр.
Зилара нефть Башгеоразведкаға эҙләүселәр төркөмөнә ярҙамсы булып эшкә урынлаша. Тормош юлында мөхәббәтен осратып, матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Мөхтәр Мөбәрәкша улы Вахитов менән ҡулдарына Зөлфиә исемле ҡыҙ алып ҡыуанып, атай-әсәй бәхетен татыйҙар. Иптәше ЗИЛ-130 машинаһында шофер булып оҙаҡ йылдар эшләй. Ҡыҙы ҙурая төшкәс, Зилара Фәрит ҡыҙы “Ҡыҙыл Пролетарий” заводына деталдәр йыуыусы булып эшкә урынлаша. Ауыр эш ҡыйыу ҡатынды ҡурҡытмай.
Зилара тағы ла берәй һөнәр үҙләштереү кәрәклегенә төшөнә. Технология техникумына бухгалтерҙар әҙерләүҙең киске бүлегенә уҡырға инә. Яҡшы өлгәшеп, ике йыллыҡ уҡыуын тамамлап та ҡуя. Яңынан ошо уҡ заводҡа эш бүлеүсе вазифаһында килә. 1993 йылда тырыш хеҙмәткәрҙе бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Зилара ханым 39 йыл “Ҡыҙыл Пролетарий” заводында намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Эшенән бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары уның намыҫлы хеҙмәт юлын сағылдырып тора.
Хаҡлы ялда булһа ла, уңған хужабикә тик кенә ҡул ҡаушырып ултырмай: әле ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, әле ултырғыс түшәктәре ҡорай. Баймаҡтан балаҫ һуғыу станогы алдыртып, тирүгәләр, күҙ яуын алып торған балаҫтар һуға. Был шөғөлгә ейәнсәрен дә өйрәтә башлаған. Мамыҡ шәлдәр, йылы кофталар бәйләп тә күңел йыуанысы таба эшһөйәр Зилара. Милли кейемен дә үҙе тегеп алған. Тәңкәләрен тәтелдәтеп, балитәкле күлдәген, камзул, ҡашмауын кейеп, байрамдарҙа ғорур баҫып йөрөп ала. Эйе, ҡорған донъяһынан ҡәнәғәтлек кисереп, әхирәттәре менән аралашып, сәләмәт тормош рәүеше алып бара апайыбыҙ.
Баҡсасылыҡта ла һынатмай ул. Хәстәрләп тәрбиәләгәс, емеш-еләк, йәшелсәләре йыл да уңа. Ҡышҡылыҡҡа мөгәрәп тулы ризыҡтары әҙер. Ағинәйҙең йәштәргә бирер кәңәштәре лә бар: һис берәүгә насарлыҡ теләмәгеҙ, бер ҡасан да ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмағыҙ, әллә ҡайҙан ярҙам көтөп ултырмай, үҙ көсөгөҙгә таянығыҙ!
Әңгәмәсемдең фатихаһы гәзит уҡыусылар күңеленә сайпылмайса барып етәсәгенә ышанысым ҙур. Ошондай хеҙмәттән йәм тапҡан егәрлеләребеҙ йәшәйешебеҙҙе биҙәйҙәр ҙә инде!
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА,
РФ, БР Яҙыусылар,
Журналистар союзы ағзаһы.