

Мәғариф министрлығы фәндәр академияһы менән берлектә берҙәм дәреслектәр пулын булдырыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Был хаҡта РИА Новости агентлығына Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итте.
2025 йылдың 1 сентябренән 5-9-сы кластар тарихты яңыртылған берҙәм дәреслектәрҙән өйрәнә башлай. Әлеге ваҡытта 2026/27 уҡыу йылынан мәктәптәрҙә индереү өсөн 9-11-се кластар өсөн яңы йәмғиәтте өйрәнеү курсы әҙерләнә.
Шулай уҡ, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анзор Музаев БДИ-ның киләсәге тураһында һөйләне.
Башинформ.