Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Июнь 2025, 10:27

Уйланырға урын бар

Муттар тоҙағына өс эшһеҙ, өс пенсионер, шулай уҡ слесарь, электромонтер һәм 21-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы эләккән.

Уйланырға урын барУйланырға урын бар
Уйланырға урын бар

Уған аҙнала Стәрлетамаҡта дистанцион мутлашыу факттары буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған. Зыяндың дөйөм суммаһы 5 926 400 һум тәшкил итә, тип хәбәр итте оператив кәңәшмәлә Эске эштәр министрлығы идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса полицияһы бүлеге начальнигы уранбаҫары Андрей Петров.

Муттар тоҙағына өс эшһеҙ, өс пенсионер, шулай уҡ слесарь, электромонтер һәм 21-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы эләккән.

Бер аҙнала Андрей Петров мәғлүмәте буйынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһы полиция бүлегенә 1210 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 17һе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ, төрлө тән йәрәхәттәре килтергән өсөн 17 факт, ғаиләлә ғауға ҡуптарыуҙың 34 осрағы теркәлгән. Наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлаған һәм һатҡан өсөн 2 кеше ҡулға алынған.

Ҡала юлдарында 10 иҫерек водитель тотолған, иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн 1 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәмәғәт урындарында алкоголь эскән өсөн 49, иҫерек килеш йөрөгән өсөн – 25, ваҡ хулиганлыҡ – 30 административ протокол төҙөлгән.

Фото- скриншот.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас