Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июнь 2025, 09:33

“Сауҙагәр 2.0” фестивале программаһы

8 августан 10ына тиклем Стәрлетамаҡта бишенсе тапҡыр ҡунаҡсыллыҡ фестивале уҙғарыла. Программа сағыу һәм бик матур буласаҡ.

“Сауҙагәр 2.0” фестивале программаһы“Сауҙагәр 2.0” фестивале программаһы
“Сауҙагәр 2.0” фестивале программаһы

8 августан 10ына тиклем Стәрлетамаҡта бишенсе тапҡыр ҡунаҡсыллыҡ фестивале уҙғарыла. Программа сағыу һәм бик матур буласаҡ.

8 август – фестивалдең төп өлөшө – “Сауҙагәрҙәрҙең исем туйы”.

Сарана тантаналы асыу, ҙур йәрминкәнең эшләй башлауы, Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары сығыштары, фестиваль ҡунаҡтары менән ҙур әйлән-бәйлән уйнау, киске концерт һәм традицияға әүерелгән диджейҙар парады.

Шулай уҡ 8 августа Стәрлетамаҡта Креатив индустриялар көнө үтәсәк. Республиканың һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дә ижади һөнәр эйәләре килә. Тармаҡ үҫеше темаһына фекер алышыу буласаҡ. Фестивалдең төп майҙанында тәүге тапҡыр башҡорт дизайнерҙарының һәм саҡырылған модельерҙарҙың модаһын күрһәтеү ойошторола.

9 август – “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне”.

Был көн Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәтенә һәм традицияларына бағышлана.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән фольклор коллективтар фестивале, йәрминкә, саҡырылған хедлайнер концерты көтөлә.

10 август – “Яңы быуын”.

Йәштәр көнө. “Сауҙагәр-афарин” театрлаштырылған уйын программаһы, балалар спектаклдәре, балалар һәм студенттарҙың ижади коллективтары концерты. Бөтә ғаилә менән ваҡытты файҙалы һәм күңелле үткәрергә мөмкин.

“Сауҙагәр 2.0” фестивале көндәрендә грастрономия зонаһы ла эшләйәсәк, унда тәмле итеп ашап алырға һәм хатта ғәҙәти булмаған милли кухня аш-һыуынан ауыҙ итергә лә мөмкин буласаҡ.

Һеҙҙе 8 августан 10 авгусҡа тиклем Стәрлетамаҡта көтөп ҡалабыҙ. Рәхми итегеҙ!

Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сәхифәһенән.

 

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас