Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Июнь 2025, 09:51

“Яуға барыуҙан береһе лә баш тартмай” тине Стәрлетамаҡ яугиры

– Дошман Курск өлкәһенә ингәс, беҙҙе шунда ебәрҙеләр. Ун көн тирәһе штурмға йөрөнөк. Артабан беҙҙе Уссурийск бригадаһының Һауа десант ғәскәрҙәре яугирҙары алмаштырҙы....

“Яуға барыуҙан береһе лә баш тартмай” тине Стәрлетамаҡ яугиры“Яуға барыуҙан береһе лә баш тартмай” тине Стәрлетамаҡ яугиры
“Яуға барыуҙан береһе лә баш тартмай” тине Стәрлетамаҡ яугиры

Николай Владимирович Иванов (Добрый” позывнойлы) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир. 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Шайморатов, “Хәрби дуҫлыҡты нығытҡан өсөн”, “МХО яугиры” миҙалдары менән бүләкләнгән. Аяҡтары яралана. Әлеге көндә һаулығын нығыта.

Пензанан

Пензала уҡыуҙар үткәндән һуң тәүҙә уларҙы Белгород өлкәһенә ебәрәләр. Унан хәрби “Урал” һәм “КамАЗ”дарҙа Луганск халыҡ республикаһына алып баралар. Юлда тәүге миномет утына эләгәләр. Һөҙөмтәлә, берәү һәләк була, өсөһө яралана.

– Миномет бик уңайлы һәм мобилле, әммә уны тиҙ табырға һәм юҡ итергә мөмкин, – тип бәйән итә Николай үҙенең хәрби юлы тураһында.

Улар икенсе оборона линияһында торалар. Ә ярты йылдан бер аҙ алға һәм һулғараҡ күсәләр.

– Бик оҙаҡҡа түгелдер, тип уйлағайныҡ. Бер-ике айҙан барыһы ла тамамланыр, тип өмөт иттек. Әммә икенсерәк килеп сыҡты шул. Ләкин, Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышанабыҙ, – тип дауам итә һүҙен геройыбыҙ.

– Был һуғышта күберәк хәүеф дрондарҙан мы?

– Эйе, хохолдарҙа дрондар бик күп. Улар яҡын алышта көсһөҙ һәм ҡулға алыныуҙы хуп күрә. Ә йыраҡтан ныҡ бәрәләр. Әгәр беҙҙең блиндажды эҙләп тапһалар, дрон осоп килеп, танкыға ҡаршы мина ырғыта. Шуға күрә төлкө өндәре ҡорабыҙ – уның инә торған ере тар ғына, тәрәнәйтелгән, боролғас киңәйә. Унда беҙгә етә алмайҙар, әммә дымлылыҡ ныҡ. Вентиляция эшләргә тырышабыҙ. Окоп шәмдәре менән генә йылынабыҙ. Йылытҡысты тепловизор менән шунда уҡ һиҙеп ҡаласаҡтар.

Курск эргәһендә

– Һеҙ нисек яраландығыҙ?

– Дошман Курск өлкәһенә ингәс, беҙҙе шунда ебәрҙеләр. Ун көн тирәһе штурмға йөрөнөк. Артабан беҙҙе Уссурийск бригадаһының Һауа десант ғәскәрҙәре яугирҙары алмаштырҙы. Улар дошманды позицияларынан бәреп сығара килде, ә беҙ улар артынан нығынып барҙыҡ. Бында бик күп әсиргә алыныусыларҙы һәм үлгән украиндарҙы, шулай уҡ, улар менән килгәндәрҙе күрҙек. Беҙҙең бер яугир яраланды. Мин эвакуация төркөмөндә булдым. Шул мәлдә кешеләр күп итеп йыйылып китте: 5-6 десантсы штурмдан һуң артҡа китә башланы, шул уҡ күләмдә беҙҙекеләр позицияларҙа урын ала башланы. Һәм тауышһыҙ ғына польша минометы осоп килде. Мин тәүге шартлауҙы күрҙем, ә икенсеһе менән яраландым. Атлай алмаясағымды аңлағас, егеттәргә мине ҡалдырып, үҙҙәренә йәшенергә ҡуштым. Әммә Будулай, ул Рощинскийҙан, мине тыңламаны. Тәүҙә мине ҡотҡарҙы һәм шунда уҡ Дед (ул Пензанан) артынан китте. Артабан беҙҙең барыбыҙҙы ла транспорт ярҙамында эвакуацияланылар.

– Һеҙ 10-12 кешенең күп итеп йыйылыуы тураһында һөйләй инегеҙ. Был күпме?

– Эйе. Бөйөк Ватан һуғышында ғына ул йөҙләгән кеше атакаға сыҡҡан. Хәҙер бөтөнләй икенсе хәл.

– Дед иҫән ҡалдымы?

– Эйе, мин уны госпиталдә күрҙем. Мин тәүҙә Курскийҙа дауаландым, артабан Вишневский госпиталендә, һуңынан Мәскәүҙәге Семашко исемендәге дауаханаһында. Беҙҙе унда һәйбәт ҡаранылар. Перация эшләнеләр.

– Туғандарығыҙ, һеҙҙең өсөн борсолғандыр, әлбиттә?

– Эйе, мин ун көн бәйләнешкә сыҡманым. Ҡатыныма шылтыратҡас, ул шунда уҡ нимә булғанын аңланы. Курск янында ысынлап та ҡаты алыштар булды. Дошман күп булды, техникалары ла, кеше һаны буйынса ла. Беҙгә уларҙың артиллерияһы һөжүм итте. Газ менән дә ағыуланылар, тиҙ яныусан шыйыҡсалар ҙа төшөрөп торҙолар. Нигеҙҙә, урындағы халыҡ эвакуацияланды. Бик күп ташлап киткән мал-тыуар, ҡош-ҡорт күрҙек.

Пландар

Һеҙҙең ниндәй пландарығыҙ бар?

– Хәрби табип комиссияһы уныһын хәл итәсәк инде. Махсус операциянан һуң, әлбиттә элекке эшләгән урыныма барырға теләйем, әммә булмаясаҡ. Мин бейеклек монтажсыһы булып эшләнем. “Газель” водителе итеп алырға вәғәҙә иттеләр. Әммә элекке һөнәремде яратам.

– Һеҙ ашығыс хеҙмәт үттегеҙме?

– Эйе, Эске ғәскәрҙәрҙә. Айырыуса мөһим дәүләт объектты һаҡланыҡ. Рәсми рәүештә ул электр химияһы приборҙары заводы тип атала ине. Әммә, ысынында ядро объекты ине.

– Дошман дрондарына ҡаршы иң һөҙөмтәлеһе нимә?

– Бер мәл электромагнит импульсы ебәргән дрондарға ҡаршы ҡоралдар һөҙөмтәле булды, унан дрон оператор менән элемтәне юғалта һәм сафтан сыға ине. Әммә дошман йышлыҡтарҙы алмаштыра башланы. Һәм ябай һунар мылтығы иң һөҙөмтәлеһе булып сыҡты.

– Һеҙ бөтә тейешле түләүҙәрҙе лә алдығыҙмы?

– Эйе, барыһын да ваҡытында. Яраланған өсөн компенсация ла алдым.

– Гуманитар ылау барып етәме?

– Эйе. Эштән дә ярҙам иттеләр, ҡала халҡы ла гуманитар йөк ебәреп тора. Беҙҙең өсөнсө ротаға айырыуса ирекмән Гүзәл Горячева һәйбәт ярҙам итә. Мин уның тормош иптәшенең бер туғаны менән хеҙмәт итәм.

– Хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәйефе нисек?

– Барыһы ла, әлбиттә, арыны. Әммә, береһе лә беҙҙең еңеүебеҙҙә шикләнмәй. Мин кемдеңдер алышҡа барыуҙан баш тартыуын күргәнем булманы. Кәрәк икән, тимәк шулай була.

Алексей МАТВЕЕВ.

Сергей Крамсков фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас