

Өфөлә ошо көндәрҙә Башҡортостан Чемпионаты сиктәрендә велоспорт буйынса юниорҙар араһында ярыштар үтте, унда Стәрлетамаҡ спортсылары ла көс һынашты.
Олимпия резервының спорт мәктәбе мәғлүмәте буйынса, беренсе һәм икенсе көндәрҙә 70 километр дистанцияла ошо мәктәп тәрбиәләнеүсеһе Владимир Пузыров еңеү яулай. Спортсыны тренер Яценко В.В. әҙерлгән.
Шулай уҡ бынан бер нисә көн алдараҡ республиканың баш ҡалаһында Рәсәй йәштәренең алтынсы Йәйге Спартакиадаһының финал ярыштары үтте. Стәрлетамаҡтан спортсы Самира Таһирова Башҡортостан йыйылма командаһында 59 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, алтынсы урын яулай. Тренеры — Нагаев Р.Ш.
Фото: Олимпия резервының спорт мәктәбе.