Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июль 2025, 08:00

Хәләл — аш-һыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә

Хәләл ул — шәриғәттә рөхсәт ителгән ғәмәлдәр. Мосолман көнитмешендә хәләл тигәнде, ғәҙәттә, Ислам тыймаған ризыҡтарға ҡарата ҡулланалар. Мәгәр, дөйөм алғанда, көнкүрештең барлыҡ өлкәләренә ҡағыла: ризыҡ, кейем, биҙәүестәр, косметика һәм парфюмерия, шәхси гигиена, ял, күңел асыу, финанс, кеше менән мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхит, изге ғәмәлдәр, эш, йәмғиәттә, урамда үҙеңде нисек тотоу, мөлкәт мәсьәләләре һ.б.

Хәләл — аш-һыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше ләХәләл — аш-һыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә
Хәләл — аш-һыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә

Ҡалабыҙ өсөн яңы сара булған Хәләл-фест ағымдағы йылда тәүге тапҡыр 5 июлдә уҙғарылырға йыйына. Кемгәлер хәләл тигән төшөнсә тик иткә генә, икенселәргә тик аҙыҡ-түлеккә генә ҡайтып ҡала, әммә әлеге көндә беҙ шулай башҡа төрлө көнкүреш тауарҙарының да хәләл булғанын күрәбеҙ.

Шулай итеп, әлеге фестивалдең маҡсаты тураһында ентекләберәк аңлатыуын һорап, беҙ ҡала хакимиәте башлығының Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса (бизнес-шериф) урынбаҫары Айнур Наил улы ЮНЫСОВҡа (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек.

— Айнур Наил улы, Хәләл-фест нимә тигәнде аңлата?

— Барыһы ла инициатива төркөмө — дин әһелдәре, руханиҙар, мәсеткә даими рәүештә йөрөүселәрҙең ҡала хакимиәте башлығына ҡабул итеүгә килеүенән башланды. Улар ҡала халҡына хәләл мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм хәләлдең нимә аңлатыуын кешеләргә еткереү маҡсатында ошо идея бойомға ашырылға әҙерләнә. Хәләл ул — шәриғәттә рөхсәт ителгән ғәмәлдәр. Мосолман көнитмешендә хәләл тигәнде, ғәҙәттә, Ислам тыймаған ризыҡтарға ҡарата ҡулланалар. Мәгәр, дөйөм алғанда, көнкүрештең барлыҡ өлкәләренә ҡағыла: ризыҡ, кейем, биҙәүестәр, косметика һәм парфюмерия, шәхси гигиена, ял, күңел асыу, финанс, кеше менән мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхит, изге ғәмәлдәр, эш, йәмғиәттә, урамда үҙеңде нисек тотоу, мөлкәт мәсьәләләре һ.б. Тимәк, хәләл тигән һүҙҙең мәғәнәһе хәләл ризыҡ ҡына түгел, ә йәшәү рәүеше лә.

Эмиль Владиславович был идеяны тулыһынса хупланы һәм беҙ ҡалабыҙҙың Мөхәммәтсәлим мәсете менән берлектә ошо идеяны тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

— Фестивалдә кемдәр ҡатнаша ала?

— Хәләл-фестта теләгән һәр кем ҡатнаша ала, әммә, продукция хәләл булырға тейеш һәм, шулай уҡ, сарала ҡатнашыуҙың үҙ талаптары ла бар. Мәҫәлән, кеше һыны һүрәтләнгән картиналар рөхсәт ителмәй һ.б. Байрамда төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк — аҙыҡ-түлек, кейем һалым һ.б.

Сарала ҡатнашыуға һигеҙ эшҡыуар заявка тапшырҙы. Улар араһында Өфө ҡалаһынан да кәсепселәр бар. Шулай уҡ гастрономия зонаһы ла эшләйәсәк, был инде көн дә хәләл нормалары буйынса ғына эшләгән кафелар. Кәсепселәр араһында 70 ғариза йыйылды. Йәштәр һәм балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы мастер-кластар, спорт зоналары буласаҡ. Был юҫыҡта беҙ милли мәҙәниәткә баҫым яһайбыҙ. Унда көрәш, грепплинг кеүек төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар ҡаралған. Яҡын-тирә район һәм ҡалаларҙан 100гә яҡын спортсы ҡатнашырға заявка тапшырҙы. Фестивалдә шулай уҡ, тирмә лә урынлаштырырға планлаштырабыҙ. Был инде ҡала халҡына йәнә бер тапҡыр башҡорт халҡының милли мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында хәтергә төшөрөү маҡсатында эшләнә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар зонаһында гүзәл заттарыбыҙ табиптар консультацияһы ала аласаҡ. Өфө ҡалаһынан спикерҙар ҙа ҡатнашыуға саҡырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, фестиваль бик матур, сағыу һәм бай эстәлекле буласаҡ. Был зонала көн дауамында 500гә яҡын кеше ҡабул итергә әҙербеҙ. Килгән һәр кем ваҡытын файҙалы үткәреп, яҡшы кәйефтә һәм ыңғай тәьҫораттар менән таралышыр, тип уйлайбыҙ.

Фестивалдең эшлекле өлөшөндә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты вәкиле, ҡала мөфтөйө Айнур Бирғәлин, эшҡыуарҙар һәм теләгән һәр кем ҡатнаша ала, Һаҡлыҡ банкы вәкиле үҙҙәренең хәләл продукцияһы тураһында һөйләп ишеттерәсәк. Бында инде 200 кеше буласаҡ, тип күҙаллана. Унда хәләлдең төп мәғәнәһе тураһында фекер алышасаҡбыҙ. Сара Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үткәрелә.

— Билдәле булыуынса фестиваль ағымдағы йылда тәүге тапҡыр ойошторола, ә киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәкме?

— Хәләл-фест, әлбиттә, традицияға әүерелер, тип өмөт итәбеҙ. Беҙҙең өсөн был сара бөтөнләй яңы форматлы. Шуға ла ағымдағы йылда уның нисек үтеүенә ҡараясаҡбыҙ һәм барлыҡ нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алып, киләһе йылдарға ла иҫәп тотасаҡбыҙ.

— Ошо матур сараның ойоштороусылары кем? Әйтеп үтһәгеҙ ине?

— Фестивалдең ойоштороусылары булып, ҡалабыҙҙың Мөхәммәтсәлим мәсете мосолмандары ойошмаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте тора. Ошо әһәмиәтле байрам бағыусылар, эшҡыуарҙар ярҙамы менән бойомға ашырыла.

— Хәләл-фест байрамына ҡағылышлы теләктәрегеҙ бармы?

— Әлбиттә, ошо күркәм байрам традицияға әүерелеп, йылдан-йыл ойошторолһон, үҙ ҡеүәһен арттырһын ине, тип теләр инем. Сөнки бындай рухландырыусы саралар беҙгә бик кәрәк. Эшҡыуарҙар, кәсепселәр унда ҡатнашһын, йыл һайын арта ғына барһын, производствоһын үҫтерһен, кешеләр уны көтһөн, һәм 3-4 йылдан даими рәүештә уҙғарылған “Сауҙагәр 2.0” фестивале кеүек үк, нәҡ июль айында Хәләл-фесттың да үткәрелеүен түҙемһеҙләнеп көтһөн. Теләктәрем шул.

— Ентекле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айнур Наил улы. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Әлфиә МАНСУРОВА әңгәмәләште.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас