Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июль 2025, 10:28

“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө айырым мәғәнәгә эйә - Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби бурысын намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәгәндәргә хөрмәт һәм рәхмәт менән тулы ул.

“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө айырым мәғәнәгә эйә - Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби бурысын намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәгәндәргә хөрмәт һәм рәхмәт менән тулы ул.

Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡта Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө үтте. Был көндө барса ҡала халҡы бөтә ил тарихында һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмағандарҙы иҫкә алды. Ҡалабыҙҙа ойошторолған бер нисә майҙансыҡтағы күргәҙмәне хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, шулай уҡ ҡала халҡы ҡарай алды.

Гагарни паркында “Үҙебеҙҙең геройҙар” тип аталған рәссамдар күргәҙмәһе эшләне, ә көндөҙ Еңеү паркында Хәрби-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалыу булды, шулай уҡ бында патриотик күргәҙмә лә йәйелдерелде.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль шәймәрҙәнов, депутаттар һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар батырҙарса яу яланында башын һалғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға һәм ветерандарҙы ҡотларға килде ул көндө.

Артабан “Кинопорт” кинотетарында “Тыл көсө” документаль фильмының премьераһы булды. Фильм режиссер Ирма Карягина, оператор һәм монтажсы Григорий Мельниковтың һәм ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе. “Тыл көсө” - Стәрлетамаҡ халҡы тураһында фильм, улар махсус операция башланғандың тәүге көнөнән үк фронтҡа ярҙам итеүҙе үҙҙәренең изге бурысы итеп һайлай.

Фильм башланыр алдынан Эмиль Владиславович тәүге тапҡыр раҫланған күкрәккә таға торған “Тыл көсө” билдәһен фронтҡа әһәмиәтле ярҙам күрһәткән стәрлетамаҡтарға тапшырҙы. Был награда Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткәндәргә хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе буласаҡ.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
“Тыл көсө” - хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас