

Ил етәксеһе Владимир Путин үҙенең бер сығышында: “Махсус хәрби операцияла быға тиклем тыныс тормошта ябай һөнәр эйәләре булған егеттәр профессиональ хәрбиҙәр менән бер рәттән батырҙарса һуғыша, оҫталыҡтары ҡайтыш түгел”, – тип билдәләгәйне. Ысынлап та, күптәрҙең хәҙер иңендә ҙур тәжрибә ята!
Стәрлетамаҡтан “Вагап” ҡушаматлы яугир ҙа МХО башланғансы заводта электрик булып эшләй. Әммә Ватаны алдында һынау килеп тыуғас, ике уйламай ил һағына баҫа. Ул махсус хәрби операцияла 2023 йылдың октябрь айынан. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында электрик-дизелсе булып хеҙмәт итә. Командирҙар яҡташыбыҙҙы маҡтап ҡына тора.
...Ағымдағы йылдың 23 майы. Таң һыҙылып ҡына килә әле. Нарядта торған “Вагап” рация аша материал-техника менән тәьмин итеү ротаһы урынлашҡан урында дошмандың заряд тултырылған гексакоптеры осоуы тураһында ишетеп ҡала. Шул мәл ул оҙаҡ уйлап тормай, эске ҡарауыл хеҙмәтенә ярҙамға ашыға. Яҡташыбыҙ яугирҙар араһында “Мәскәй әбей” тигән дан алған дронды шунда уҡ шәйләп ҡала һәм ҡоралын тоҫҡай. Һөҙөмтәлә, “Мәскәй” һауала уҡ шартлап, зыян килтереп өлгөрмәй.
Был дронға “Мәскәй әбей” тигән исемде беҙҙең хәрбиҙәр ҡуша. Кемдер уны аппаратты төндә осҡан өсөн шулай нарыҡлаған, кемдер яуыз әбей менән сағыштыра, кемдер ҡанат остарындағы деталдәрҙе тырнаҡтарға оҡшата. Нисек кенә булмаһын, был осоу аппараттарын һуғышҡа тиклем Украинала баҫыуҙарҙы эшкәртер өсөн йәки өҫтән ағыу һиптереү маҡсатында ҡулланалар. МХО башланғас улар инде икенсе “ағыу” – шартлатҡыстар һиптерә. Бер коптерға хатта илле килограмға тиклем шарталтҡыс беркетеп була. Дошмандар хатта кескәй ялан шарттарында яһалған бомба, танкка ҡаршы мина ла урынлаштыра унда, йыраҡтан идара ителә. Ошо тиклем хәүефте иҫәпкә алғанда, “Вагап”тың бер патроны тиҫтәләгән яугирҙарыбыҙҙы үлемдән, яраланыуҙан йолоп ҡалыуы, хәрби техниканы зыян урап үтеүе күҙ алдына килә...
Яҡташыбыҙҙың батырлығына һоҡланмау һәм ғорурланмау мөмкин түгел! “Вагап”ҡа был ҡылығы өсөн тейешле наградаһын алып, ғәзиз Стәрлетамағына имен-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләргә ҡала!
“Журналист” ҡушаматлы яугир, хәрби хәбәрсе. Автор фотоһы.
Махсус хәрби операция биләмәһе.
Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 1 400 000 мең һум тәшкил итә. Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда хәрби хеҙмәткәр 3 920 000 һум самаһы аласаҡ. Өҫтәүенә, республикала МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (927) 310-39-33; 8 (3473)-20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).