

Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамындағы автомобиль күпере менән Сакко һәм Ванцетти урамдарындағы йәйәүлеләр күпере араһындағы Стәрле яр буйы участкаһын төҙөкләндереү тамамлана, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөкләндереү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «уңайлы ҡала мөхитен булдырыу»федераль программаһы сиктәрендә алып барыла.
Ҡала хакимиәт мәғлүмәттәре буйынса, яңы йәйәүлеләр юлдары йыһазландырылған, иҫкеләре ремонтланған. Шулай уҡ яр буйы участкаһында яҡтыртыла, шулай уҡ һыу ағыҙыу торбаһы ремонтлана, бәләкәй архитектура формалары(һындары) өҫтәлә. Бөтәһе өс зона(урын) йыһазландырылған: ял итеү урыны, йәйәүлеләр өсөн һәм технологик юл.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән алынды.