Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Июль 2025, 05:45

Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте

Бик күп майҙансыҡтар әҙерләнде. Уларҙың төп маҡсаты – ғаилә менән ваҡыт үткәреү, файҙалы мәғлүмәт алыу, ғаилә психологтары менән кәңәшләшеү, спорт команда ярыштарында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу йәки ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарау. Сарала шулай уҡ уңайлы фотозоналарҙа ғаилә менән фотоға төшөргә һәм һауа йыландарын осорорға була ине.

Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үттеҒаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте

Ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәте тураһында руханиҙар һөйләне. Бик яҡшы, яҡты байрам килеп сыҡты.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевич Стәрлетамаҡ халҡын байрам менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне. Улар Стәрлетамаҡ ғаиләләрен йәмғиәттә ғаиләнең абруйын һәм ролен нығытыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн грамоталар, ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн хакимиәткә рәхмәт хаттары менән бүләкләне, шулай уҡ «Йыл ғаиләһе» республика конкурсында ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырҙы.

Тулыраҡ материалды киләһе һанда уҡый алаһығыҙ.
Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сәхифәһенән алынды.
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөндә ҡалабыҙҙа байрам саралары үтте
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас