

Ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәте тураһында руханиҙар һөйләне. Бик яҡшы, яҡты байрам килеп сыҡты.
Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевич стәрлетамаҡ халҡын байрам менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне. Улар Стәрлетамаҡ ғаиләләрен йәмғиәттә ғаиләнең абруйын һәм ролен нығытыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн грамоталар, ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн хакимиәткә рәхмәт хаттары менән бүләкләне, шулай уҡ «Йыл ғаиләһе» республика конкурсында ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырҙы.