

"Улар үткән, 2024 йылда эшләп тапҡан шәхси пенсия коэффициенттарын иҫәпкә аласаҡ. Закон буйынса йылына өс баллдан артыҡ алырға ярамай", - тип иҫкә төшөрҙө Бессараб "Прайм" агентлығы менән әңгәмәлә. 1 октябрҙән хәрбиҙәрҙең пенсияһы индексациялана. Улар 4,5 процентҡа артасаҡ. Әммә депутат өҫтәмә күберәк булыуы мөмкинлеген кире ҡаҡмай. "2025 йыл башында президент ҡушыуы буйынса пенсиялар реаль йыллыҡ инфляция кимәленә индексациялана. 2026 йылдың башында нимә булырын ҡарарбыҙ", - тип өҫтәне ул.