

Ҡайтыу юлында 16 йәшлек водителдең транспорт менән идара итеү буйынса тейешле күнекмәләре булмауы арҡаһында уның 17 йәшлек пассажиры юлға йығылып төшә. "Ашығыс ярҙам" зыян күреүсене дауаханаға алып килә. Бынан һуң ҡурҡҡан водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Эҙләү саралары барышында ул Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Уның дуҫы урындағы дауаханала 5-се тәүлектә вафат була.
Тәфтиш алды тикшереүҙәре буйынса, бәлиғ булмаған водителдең ата-әсәһе улының туғанының мопедында ваҡыт-ваҡыт йөрөгәнен һәм уның водитель танытмаһы булмауын белә. Йәш кешенең ағаһы мопед менән идара итеүҙе водитель таныҡлығы булмаған кешегә тапшырыу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уға 30 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнгән.
Йәш хоҡуҡ боҙоусы үҙе иҫерек һәм идара итеү хоҡуғына эйә булмаған водитель тарафынан транспорт сараһы менән идара итеү өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, шулай уҡ мотошлем булмауы өсөн материал төҙөлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса материалдар тәфтиш органдарына тапшырыласаҡ.