Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Июль 2025, 07:18

Велосипедҡа кем хужа?

“Ашҡаҙар”ға – 35. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Әле генә 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйын иғлан иткәйнек, инде бына һөҙөмтәләрен барларға ла ваҡыт етте. Хәйер, уйын осоро ғынамы һуң, “Ашҡаҙар” гәзите сыға башлауға ла 35 йыл ваҡыт үтеп киткән. Әйткәндәй, был бүләктәр оттороу уйынын да беҙ нәҡ баҫмабыҙҙың юбилейына арнаныҡ.

Велосипедҡа кем хужа?Велосипедҡа кем хужа?
Велосипедҡа кем хужа?

Шөкөр, гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ һаны ла тотороҡло ҡала килә, уйында ҡатнашыусыларыбыҙ ҙа кәмемәй. Шуға, тәү сиратта, күп йылдар беҙҙең менән бергә булған дуҫтарыбыҙға, “Ашҡаҙар” даръяларына яңы килеп ҡушылғандарға, уйында ҡатнашырға теләк белдергәндәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткереп ҡалабыҙ! Артабан да шулай бергә атларға яҙһын!

Ә инде уйын һөҙөмтәләренә килгәндә, йылы, йомшаҡ юрған Октябрь проспекты, 28-се йортта йәшәүсе Ғәлиәскәрова Г.-ға яҙған, фенға иһә Суханов урамындағы 13-сө йортта йәшәүсе Зөбәйҙуллина А. хужа булды.

Үтәев А. (Ленин проспекты, 45-се йорт) парлы үтек отһа, төп бүләк велосипед Октябрь проспекты 33-сө йортта йәшәүсе Шәрәфетдинова А. бәхетенә яҙған!

Хөрмәтле дуҫтар! Был уйын тамам, әммә һеҙҙең әүҙемлекте иҫәпкә алып, беҙ көҙ көнө, “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йыллыҡ юбилейына арналған сарала әлеге уйында ҡатнашыусылар араһында йәнә бер тапҡыр отош ойошторасаҡбыҙ. Шуға гәзитте уҡып, беҙҙең сайт, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙе ҡарап барығыҙ, шарттар тураһында хәбәр итербеҙ.

Барлыҡ бүләк отоусыларҙы ла ихлас күңелдән ҡотлай-быҙ һәм артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, йәй имен, яҡшы кәйефтә һәм файҙалы үтһен!

Ихтирам менән, “Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:
Читайте нас