Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Июль 2025, 07:25

Формулалар, шиғыр юлдары һәм үткән тормош...

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, “Ашҡаҙар” гәзитен күп йылдар алдырыусы ғалим, шағир, композитор Рәлиф РӘХИМОВ үҙенең туҡһан йәшлек олпат юбилейын билдәләй!

Формулалар, шиғыр юлдары һәм үткән тормош...Формулалар, шиғыр юлдары һәм үткән тормош...
Формулалар, шиғыр юлдары һәм үткән тормош...

Улай ғына ла түгел, Рәлиф Рәхимйән улы ҡалаға, хатта бөтә илгә таныш шәхес. Ул, бөтә ғүмерен химия заводына арнаған ғалим-эшсе инде оҙаҡ йылдар тотош Рәсәй кимәлендә ҡулланған “Белизнаны” уйлап табыусы!
Хәйер, беҙгә Рәлиф ағай үҙе яҙған шиғырҙары, йырҙары, аналитик мәҡә-ләләре аша ла билдәле. Бына шундай күп ҡырлы һәләт эйәһе ул Рәлиф Рәхимов. “Ашҡаҙар” биттәрендә тыу-ған яҡ, тәбиғәт тураһында шиғырҙары менән бергә уның йыш ҡына һуғыш йылдары, экологияға арналған мәҡәләләре лә сығып килә. Ә йырҙары иһә “Юлдаш” радиоһында яңғырай. Үҙе күп балалы ғаиләлә тыуып үҫеп, тормоштоң әсеһен татып, ҙур етәксе кимәленә күтәрелгән шәхес, матур ғаилә ҡороп, балаларына ла яҡшы тәрбиә биргән.

Әйткәндәй, күптән түгел ул үҙенең ҙур китабын баҫтырҙы. “Йән һәм аҡыл гармонияһы” исемле был китапҡа ул үҙенең бөтә тормош юлындағы эштә-рен, хәтирәләрен барлаған. Туғыҙ тиҫтәһен тултырған аҡһаҡалдың ошондай ҙур эш атҡарып сығыуы ла һоҡландырмай ҡалмай!

Уның күркәм байрамы айҡанлы һеҙҙең иғтибарға йәнә бер ижад емешен тәҡдим итәбеҙ. Ә Рәлиф Рәхимйән улына һаулыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ, артабан да күперҙәр өҙөлмәһен, Рәлиф ағай!

Тыуған көн

Иртән тороп һыуҙар һибәм,
Үҫтергән гөлдәремә.
Алһыу сәскәләр атырҙар
Минең тыуған көнөмдә.

Мин тыуғанмын тәбиғәттә,
Урман буйы, баҫыуҙа.
Йәйҙең йәмле ваҡытында
Башҡортостан ерендә.

Үҫһендәр яратҡан гөлдәр,
Хуш еҫтәрен таратып.
Йәшәргә дәрт, илһам өҫтәп,
Донъялыҡты яратып.

Оҙаҡ йылдар мин йәшәйем
Хоҙай яҙмышы менән.
Бәхетле тормош кисерҙек,
Тормош иптәшем менән.

Бик күп балалар үҫтерҙек,
Хеҙмәт иттек тырышып.
Тыуған-үҫкән илемдә
Беҙ йәшәйбеҙ шатланып.
Рәлиф Рәхимов.

Иң матур теләктәр менән “Ашҡаҙар”ҙар.

 

Автор:
Читайте нас