Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Июль 2025, 11:29

Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

Стәрлетамаҡ Балалар дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде. Был «Имитрон» йөрөү имитаторы, «Кинезио» массаж терапия өҫтәле һәм «BLT 2000»ультратауыш аппараты.

Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алдыСтәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды
Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

Медицина учреждениеһы мәғлүмәте буйынса, заманса ҡорамалдар бәләкәй пациенттарға һөҙөмтәлерәк ярҙам күрһәтергә һәм балалар өсөн уңайлылыҡ тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. "Был барыбыҙ өсөн дә иҫ киткес яңылыҡ, сөнки дауаханабыҙҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу балаларҙы медицина реабилитацияһы сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Һәр сирле бала күңеле иң яҡшы тәрбиәгә һәм хәстәрлеккә лайыҡ, тип ышанабыҙ!"- тип өҫтәнеләр Стәрлетамаҡ Балалар дауаханаһында.

Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды
Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас