

Саралар барышында ял итеүселәргә һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртәләр, төп хәүефһеҙлек саралары менән иҫкәрмәләр тараталар. Айырыуса һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарға иғтибар бирелә, унда ваҡиғалар хәүефе айырыуса юғары.
Һыу инеү ваҡытында үҙеңде нисек һаҡларға:
- һыу инеү өсөн махсус әҙерләнгән урындарҙы - йыһазландырылған пляждарҙы һайларға кәрәк;
- оҙаҡ ваҡыт ҡояшта булғас, шунда уҡ һыуға һикерергә ярамай;
- уңайлы һыу инеү өсөн һыу температураһының 18 градустан түбән булмауын иҫтә тотоу мөһим;
- тәүге тапҡыр һыуға инеү биш минуттан да артмаҫҡа тейеш;
- һыу төбөнөң тәрәнлеген һәм торошон белмәһәгеҙ, һыуға инмәү яҡшыраҡ;
- әгәр спиртлы эсемлектәр эскән булһағыҙ, һыуға инергә ярамай, сөнки иҫерек килеш һыу инеү ғүмер өсөн хәүефле;
- боролоштарға яҡын йөҙөргә ярамай-был да хәүефле.
Һыу объекттарында ошо ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, һеҙ балағыҙҙың ғүмерен һәм үҙ ғүмерегеҙҙе һаҡлай алаһығыҙ.
"Граждандарҙы яҡлау идаралығы" МБУ мәғлүмәттәре буйынса