

Уҙған аҙнала эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Васильевич Ковшов булып китте. Ул ҡалабыҙҙа төҙөлгән торлаҡ һәм социаль объекттарҙы барып күрҙе, кәңәштәр бирҙе.
Артем Васильевич менән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов “Толпар” технопаркында сафҡа индереү-көйләү эштәре барған етештереү майҙансыҡтарын һәм төҙөлөштә ҡулланылған металл конструкцияларҙың тәүге партияларын сығара башлауын ҡараны. Әйткәндәй, етештереүселәр тәьмин итеү баҙарын киңәйтергә йыйына.
Артабан Эмиль Владиславович министрҙы “Яр буйы” биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшө эштәре менән таныштырҙы. Объекттың төҙөлөш әҙерлеге әлегә 47 процент тәшкил итә. Улар буласаҡ тамаша залын, ашхананы, ике – кесе һәм ҙур спорт залдарын ҡараны. Бынан тыш, Артем Васильевич территорияны төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса кәңәштәрен бирҙе.
Шулай уҡ, “Яр буйы” биҫтәһендәге Ҡырым урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан һәм ҡулланыуға тапшырылырға әҙерләнгән күп фатирлы йортто ла барып күрҙеләр. Уның төҙөүсеһе Башҡорт сода компанияһы, төҙөлөп ятҡан йорттан компания үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн льготалы шарттарҙа фатир һатып алырға тәҡдим итә. Фатирҙар таҙа һәм ремонтлы килеш тапшырыла, барлығы был йортта 172 фатир.
Әйткәндәй, Көнбайыш биҫтәһендәге күп фатирлы йорт та төҙөлөштөң һуңғы стадияһында, улар ағымдағы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. “Новое время” төҙөүсе компания 25 ҡатлы йорттоң территорияһын төҙөкләндерә һәм фатирҙарҙа ағартыу-буяу эштәрен башҡара. 10 һәм 18 ҡатлы ике күп фатирлы йортто төҙөүҙе “СЗ-Риком Браво” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тамамлай.
Артабан, Артём Васильевич эш сәфәре аҙағында Стәрлетамаҡ профессиональ-техник колледжына барып, учреждениеның ағымдағы инфраструктураһы торошо менән танышты.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Фотолар ҡала хакимиәте башлығының рәсми сәхифәһенән.