

Стәрлетамаҡта 16 июлдә ике бала тәҙрәнән ҡолап төшкән. Был турала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Кисә ҡаланың Дуҫлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта өсөнсө ҡаттан бер йәшлек бала ҡолаған. Кескәйҙе дауаханаға төрлө тән йәрәхәттәре менән оҙатҡандар.
Бер аҙҙан йәнә шундай уҡ хәбәр булған. Был юлы Хоҙайбирҙин урамында дүртенсе ҡаттан 4 йәшлек бала осоп төшкән. Уны ла дауаханаға оҙаталар.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәре буйынса, беренсе бала уртаса ауыр хәлдә. Уны реанимациянан дөйөм палатаға күсергәндәр. Икенсе бала ауыр хәлдә реанимацияла, уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Күҙ асып йомған арала ҡарауһыҙ ҡалған балалар тәҙрәнән осоп төшөп, төрлө тән йәрәхәттәре алыуҙары, ә ҡайһы саҡ һәләк булыуҙары ла ихтимал. Хөрмәтле ата-әсәләр! Бер үк, сабыйҙарығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Ҡурҡыныс миҙгел башланды. Быйыл йыл башынан тәҙрәнән 23 бала ҡолап төшкән, 3 сабый һәләк булған, 20-һе ауыр йәрәхәттәр менән ҡотолған. Һаҡ булығыҙ!