Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Июль 2025, 07:51

Стәрлетамаҡтан өс яугир еңгән

Уҙған аҙна аҙағында ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов “Башҡортостан Геройҙары” проекты финалына сығыусы махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашты. Стәрлетамаҡтан улар өсәү – Василий Юрьевич Дудник, Олег Николаевич Конев һәм Данат Ринат улы Бикташев.

Стәрлетамаҡтан өс яугир еңгәнСтәрлетамаҡтан өс яугир еңгән
Стәрлетамаҡтан өс яугир еңгән

Уҙған аҙна аҙағында ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов “Башҡортостан Геройҙары” проекты финалына сығыусы махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашты. Стәрлетамаҡтан улар өсәү Василий Юрьевич Дудник, Олег Николаевич Конев һәм Данат Ринат улы Бикташев.

Проект төрлө өлкәләрҙә МХО яугирҙарынан торған идара итеүселәрҙең һәм лидерҙарҙың кадрҙар резервын булдырыуға йүнәлтелгән. Хәҙер егеттәр уҡыу һәм конкурс һынауҙары үтә. Яугирҙар алдында тағы ла күп кенә уҡытыу блоктары көтә, яҡташтарыбыҙ һынауҙарҙы лайыҡлы үтер тип ышанабыҙ.

– Егеттәр менән уларға ҡыҙыҡлы булған эшмәкәрлек йүнәлештәре, уларҙың тағы ла нимәгә өйрәнергә һәм ҡайҙа эшләргә теләүҙәре тураһында әңгәмәләштек. Яугирҙар ҡалаға һәм республикаға файҙалы булыуҙарын белдерҙе. Егеттәрҙең ҡыҙыҡһыныу өлкәһе лә төрлө – сәйәсәт, төҙөлөш, бизнес. Айына бер тапҡыр осрашып, уҡытыу буйынса ла, МХО яугирҙары Ассоциацияһы эшмәкәрлеге тураһында ла әңгәмәләшергә ҡарар иттек, – тип билдәләне Эмиль Владиславович.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ассоциация булдырылған һәм эшмәкәрлеген башлаған да инде. Ул “Ҡара диңгеҙ” урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан, шуға күрә яугирҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар буйынса ойошмаға мөрәжәғәт итә ала.

Ә.МАНСУРОВА.

Фото Эмиль Шәймәрҙәновтың рәсми сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас