Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Июль 2025, 05:25

МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләр

Бында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, ҡабаттан никахҡа инмәгән һәм бер йәки бер нисә бала тәрбиәләгән ир менән ҡатын тураһында һүҙ бара.

МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләрМХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләр
МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләр

МХО-ла һәләк булғандарҙың тормош иптәштәре торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләүҙәрҙе тәү сиратта алырға хоҡуҡлы. Хөкүмәттә ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылған.

Социаль түләүҙәр торлаҡ хаҡының 35% кәм булмай, тиелә документта.

Хәбәр ителеүенсә, аҡсаны яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыуға; үҙ торлағыңды төҙөүгә; ипотеканың тәүге иғәнәһенә йәки уны ҡаплауға тотонорға мөмкин.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары һаны артты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас