

«Мобиль интернет менән ваҡытлыса өҙөклөктәр хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән бәйле, был – террор хәүефенә ҡаршы тороу сараһы. Ул реаль хәүеф янаған осраҡта ғына ҡулланыла. Һуңғы ваҡытта фронтта еңелеүгә дусар булған дошман Рәсәй эсендә һөжүм итеү өсөн дрондарҙы әүҙемерәк ҡуллана. Пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү өсөн мобиль элемтә ҡулланыла. Кешеләрҙең ғүмере һәм именлеге һәр төрлө уңайһыҙлыҡтарҙан мөһимерәк!» – ти төбәк Именлек советы секретары, республиканың террорға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник.
Ябай итеп әйткәндә, мобиль интернет һүндерелгәндә, дрондарҙың «күҙҙәре» юғала һәм улар заводҡа йәки торлаҡ йортҡа түгел, ә яланға ҡолай. Бер нисә сәғәт интернетһыҙ йәшәп торорға тура килә, уның ҡарауы барыһы ла иҫән-һау!
Уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ:
- Кеҫәгеҙҙә күпмелер ҡулаҡса, шул иҫәптән ваҡ аҡса булһын. Күп кенә банк терминалдары мобиль интернет ярҙамында эшләй, һөҙөмтәлә интернет булмаһа, магазинда карта менән иҫәпләшә йәки баҙарҙа һатыусыға аҡса күсерә алмайһығыҙ.
- Элемтә булмаған осраҡта туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән нисек бәйләнеш тотоу хаҡында алдан һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, шылтыратырға мөмкин, сөнки шылтыратыуҙар һәм смс-хәбәрҙәр хатта интернет һүнгән ваҡытта ла эшләүен дауам итә. Смстар динозаврҙар дәүеренең ҡалдығы булып күренһә лә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һеҙгә ярҙам итер. Йәки билдәле бер ваҡытта билдәле бер урында осрашырға һөйләшегеҙ. Элек тап шулай эшләгәндәр, хәтерләйһегеҙме?
- Йәмәғәт урындарында – сауҙа үҙәктәрендә, кафеларҙа, китапханаларҙа, туҡталыштарҙа һәм вокзалдарҙа сымлы интернет һәм вай-фай менән файҙаланығыҙ. Улар сикләүҙәр осоронда эшләүен дауам итә.
- Үҙегеҙгә һәм оло йәштәге туғандарығыҙға 2ГИС, Яндекс.Карты, Maps.me кеүек ҡушымталарҙың офлайн-карталарын күсереп алығыҙ. Ул саҡта интернетһыҙ ҙа маршрутты ҡарай аласаҡһығыҙ.
- Ҡушымта аша саҡырылған бөтә такси хеҙмәттәренең телефон номеры ла бар, машинаны элеккесә шылтыратып та саҡырырға мөмкин. Такси номерҙарын телефонығыҙҙа һаҡлағыҙ, ашығыс рәүештә кәрәк булыуы бар.
- Үҙегеҙ файҙаланған йәмәғәт транспорты расписаниеһының скриншотын эшләп ҡуйығыҙ. Әгәр ҡайҙалыр электричкала, поезда һәм бигерәк тә самолетта барырға кәрәк икән, билеттарҙы телефонда һаҡлағыҙ. Ҡағыҙға баҫтырһағыҙ, контролерҙарға күрһәтеү тағы ла уңайлыраҡ булыр.
- Телефонығыҙға китаптар, музыка, уйындар күсереп алығыҙ. Офлайн күңел асыу саралары – өҫтәл уйындары, кәрттәр әҙерләгеҙ. Улар ысынлап та ҡыҙыҡлы, тик күптәребеҙ был хаҡта онотҡан.
!!! Хатта ваҡытлыса һүндереү осоронда ла ашығыс хеҙмәттәр штат режимында эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 һанына шылтыратырға мөмкин. Шылтыратыуҙар хатта сим-картаһыҙ телефондарҙан да ҡабул ителә.
Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.