Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июль 2025, 10:18

Наркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай

Өфө районында йәшәүсе 17 йәшлек үҫмер наркотиктар һатырға маташҡан өсөн хөкөм ителәсәк. Тәфтиш комитеты енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлай. Ул хәбәр итеүенсә, быйылғы яҙ йәш кеше билдәһеҙ интернет ҡулланыусы менән финанс файҙаһы өсөн тыйылған препараттарҙы бергәләп һатыу тураһында һөйләшеп килешкән.

Наркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янайНаркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай
Наркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай
Ул йәшерен урындан наркотиктар партияһы ала һәм уны артабан да таратырға ниәтләй. Әммә полиция уға башлаған эшен тамамларға ҡамасаулай.
Тентеү ваҡытында үҫмерҙең наркотик матдәләр һалынған пакеты һәм смартфоны табыла. Һуңыраҡ тағы ла ике наркотиклы закладка табыла һәм конфискациялана.
Хәҙер уға үҙенең енәйәте өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Статья санкциялары ун йылдан 20 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙы күҙ уңында тота.

 

Наркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай
Наркотик һатырға маташҡан өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас