Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Август 2025, 09:34

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ

Редакциянан: Зыялылар араһында заманында киң билдәлелек яулаған руханиҙарҙың иң арҙаҡлыларынан булып, Ислам тәғлимәте даирәһенең башҡорт ерлегендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙары тәриҡәте тип исемләнгән йүнәлеш остазы, философ, мәғрифәтсе, күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Хәбибулла улы РӘСҮЛЕВ тураһында күп яҙҙыҡ. Иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙ был шәхес менән фиҙаҡәр журналист Рәүеф Насыров яҙмалары аша танышты. Артабан Ислам белгесе, философия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының Ислам донъяһы философияһы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Илшат Рәшит улы Насыров тәржемәһендә дини философ, тарихсы шәйех Морат Рәмзиҙең (1855-1934), АҠШ-ның Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғарҙың яҙмаларын да баҫтырҙыҡ. 2013 йылда иһә был хәтирәләрҙе шулай уҡ фиҙаҡәр яҙыусы Спартак Ильясов тулыландырҙы. Ҡабатлағандан доға яңыра ғына, тип, етмәһә, әле булһын Зәйнулла Рәсүлевты белмәгән кешеләр барлығын иҫтә тотоп, ошо яҙмаларҙы ҡабатлап бирергә булдыҡ.

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘБАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ

Рух кеше күңелендә болот кеүек. Йә сатрашландырып йәшнәп ямғыр яуҙыра, йә үҙ эйәhе күңелендә тыныс ҡына йөҙөп йөрөй. Тышҡа бәреп сығырҙай юл тапhа, hис шикhеҙ, йәмғиәткә хеҙмәт итерҙәй маҡсат тыуҙыра. Маҡсаты хужаhын алға әйҙәй. Тау аҡтарта, даръя кистерә. Зиhенлеләрҙән йәмғиәтте етәкләрлек тәғлимәт тыуҙыра. Быуаттар үтеп, ул зиhенленең фекер ептәре тарҡалып бөткән кеүек булhа ла, беҙ көндәлек тормошта уның менән ҡулланыуҙы дауам итәбеҙ икәнлеге асыҡлана. Тик хәҙерге заман кешеhенә ул алымдарҙың мәғәнәhе барып етмәй. Үҙебеҙҙе динле йәки динhеҙ итеп тойhаҡ та, һәр кемдең күңелендә үҙе инанған эске Аллаhы барлығын да беләбеҙ.

Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө дин әhеле боронғо фекерле кеше булырға тейеш түгел. Ул бөгөнгө мөхиттә, бөгөнгө йәмғиәттә, бөгөнгө сәйәсәт эсендә йәшәй икән, дини белемен ҡулланып, йәмғиәтсә фекерләргә бурыслы. Һәр төбәк, hәр быуын тарихыбыҙға инеп ҡалған ана шундай үҙ заманынса фекерләгән, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән дин әhелдәрен беләбеҙ. Бына шундай фани донъялыҡта халыҡтың уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп йәшәгән бөйөк дин әhеле, фекер hәм ғилем эйәhе, мәғрифәтсе ерҙәшем Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев. Ул бына тағы өҫтән шифалы ямғырын ҡойоп үткән болот шикелле, баҡыйлыҡтан беҙгә ер сикләп йөрөп кире ҡайтты.
Бынан теүәл биш йыл элек беҙ (2008 йыл күҙҙә тотола.-Ред.), Башҡортостан йәмәғәтселеге, халыҡтың рухи шаhы Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыллыҡты билдәләгәйнек. Халҡыбыҙҙың рухи шаhының тормош юлы төрлө авторҙар тарафынан ярайhы уҡ киң яҡтыртылhа ла, уның тормош юлы, ҡайhы бер остаздары hәм тормош ваҡиғалары тураhында әле яҙылмағандар ҙа етерлек. Зәйнулла ишандың ерҙәше булараҡ, уның тормошоноң ҡайһы бер ағышына өҫтәмә мәғлүмәттәр бирмәксемен. Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаhы Өстамаҡ өйәҙе Туңғатар олоҫоноң хәҙерге Учалы районының Шәрип (Әүәз) ауылында донъяға килә. Нәҫел-нәсәптәре буйынса - ҡыуаҡандар. Улар борон-борондан уҡ Табын ҡағанаты эсендәге Барын Табын, Ҡара Табын, Күбәләк, Тиләү, Кесе Йомран, Кәлсер, Дыуан, Әйле ырыуҙары менән туғандаштар. Ҡыуаҡандар бөгөн дә Барын Табындар менән бергә йәшәйҙәр. Был күренешкә көнсығыш, йәки Урал алды табындарының даулы тарихы шаhит.
Ә ул ваҡиғалар тураhында хәтирәләр халыҡта бик күп ине. Бигерәк тә Көсөк батыр ҡатнашлығындағы "Күл hуғышы"нда еңеүҙәре өсөн йә ғорурланып, йә ҡыҙыулыҡтары сәбәпле тәбиғәт ҡапҡанына эләгеп, күптәренең көтмәгәндә hәләк булыуҙары өсөн үкенеп, хатта әсенеп hөйләй торғайнылар элегерәк.
Борон яҙмалар күп булған. Улар мәсеттәрҙә hаҡланған. Әммә мәсеттәр ағастан эшләнгәнгә күрә, улар колонизаторҙар тарафынан махсус рәүештә сүпләп яндырылғас, яҙмалар юҡҡа сыҡҡан. Үкенес, ваҡыт менән бергә тарихтың алтын бөртөктәре ҡара ергә күмелеп бөткән.
Йүрүҙән, Әй hыуы буйҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ҡыуаҡандар ҡәрҙәш барын-табындарҙан ҡуртымға ер алып, төп Урал армытынан аша уның алдына, көнсығыш битләүҙәренә урынлаша. Дәүләт ғәскәрҙәре менән ҡанлы бәрелештәр hөҙөмтәhендә, әйлеләр кеүек үк, ҡыуаҡандар ҙа үҙ ерҙәрен ҡалдырырға мәжбүр була. Шунан Урал армыты аша төшөп, Уй hыуының hул ҡушылдығы Аҡ йылға буйына, төп Уралдың Әңкә hырты менән Һары түр армыты араhына барып урынлашалар. Ләкин 1730-1740 йылдарҙа Золотоустье баҫҡынсылары ул ерҙе лә хәритәгә алып, ҡыуаҡандарҙы ғәскәр менән бынан да ҡыуғас, түбәнерәк төшөп, барындарға ауаз hалалар. Барындар уларға Уй hыуының hул ярынан, Шәрип ауылы ҡаршыhынан ҡуртымға ер бирә. Ауылдың халыҡ ҡушҡан Ауаз, hуңғараҡ йомшартылып әйтелгән Әүәз исеме губерна тарафынан тәстиҡ ителмәй. Шуға ла ул ауыл элек халыҡ телендә Әүәз булып йөрөhө лә, ҡағыҙҙарҙа Шәрип тип яҙыла.
Әммә Зәйнулла тыуғанда ҡыуаҡандар инде Әүәз ауылын төплө нигеҙләп, шунда ултыраҡ тормош менән йәшәгән. Уларҙың йәйләүгә сығып ултырырлыҡ ерҙәре булмаған. Шуға ла улар барындарҙан тәүге килеп ултырған Аҡ йылғаның үренән йәйләү ере hорай. Үҙ-ара ғауғалар ҙа булып ала. Һәм улар оҙаҡ ҡына ваҡыт Аҡ йылғаның башын, Ҡара таш аҫтын йәйләү итеп тотоуға өлгәшә.
Зәйнулла, ҡустыhы Фәтҡулла менән бик күп башҡорт батырҙарының көрәшен, ғауға-hуғыштарҙы, бәхәстәрҙе тыңлап үҫә. Уның кескәй генә хисле күңеле hәр ваҡыт солохлоҡто, тигеҙлекте, ғәҙеллекте, сафлыҡты талап итә. Ул ун бер йәшенә тиклем башланғыс белемде ғаиләhендә hәм күрше Ҡужай ауылында Ҡорамшаларҙың мәҙрәсәhендә ала. Атаhы Хәбибулла, ҡарт аталары Рәсүл, йот йылында малдарын, ә унан алда батша ғәскәрҙәре тарафынан бөтә матди байлыҡтарын талатҡас, фәҡир йәшәй. Өҫтәүенә, арпа йәки тары, hоло сәсерлек тә hөрөнтө ере, тейешле эш ҡорамалдары булмай. Арбаларын, еген аттарын, hуҡа-төрәндәрен, ҡамыт әпсен-төпсөнөн карателдәр алып китә.
Түпhәлдән көнсығышҡа ҡарап ултырған ҡарындыҡ тәҙрәле йортта ғаилә ағзалары араhында ғәҙеллек hәм дөрөҫлөк хөкөм hөрhә лә, таштан hалынған мейестәренән икмәк еҫе hирәк аңҡый. Ауылда hәр береhе йә балыҡсы, йә hунарсы булғанлыҡтан, Урал армыттары уларҙы иттән өҙмәй. Әммә атаhы Хәбибулла улдары Зәйнуллаға hәм Фәтҡуллаға нисек тә булhа белем биреүҙе бурыс итеп ҡуя. Был бурыс, әлбиттә, билдәле Аҙнасура ишанға яҡын ҡан ҡәрҙәш инәhенең дә ҙур теләге hәм фатихаhы булыуға ишара. Зәйнулла ишандың тамыр-нәсбәттәре төбәктең hәр тарафта күренекле булған кешеләренә бәйле. Мәҫәлән, ололар hәм зиhенлеләр хәтерендә быуындан-быуынға бирелә килгән сәйер холоҡло кеше, халыҡ араhында "Уау диуана" тип йөрөтөлгән күрәҙәсе hәм халыҡ табибы Вәхит тураhында ла иҫкә алмау яҙыҡ булыр. Беренсенән, Вәхит диуана кешенең алдағы яҙмышын әйтеп биреүсе булған. Ауырыуҙарҙы, яралыларҙы ҡайын дегете, ылыҫлы ағас сайыры, әрекмән тамыры, алтын тамыр, уның оҡшаштары, андыҙ h.б. үләндәр hәм есемдәр менән дауалаған.

Суфыйсылыҡ тәриҡәте бөгөнгө Учалы районы Аҙнаш ауылына ҡыуаҡан ырыуы кешеhе Аҙнасура ишан тарафынан Уралтау артынан, Әй буйынан тәүләп килтерелгән кеүек. Тарих ағышынан hәм ваҡиғалар теҙмәhенән Аҙнасура ишандың Вәхит күрәҙәсенән байтаҡҡа оло булыуы төҫмөрләнә. Суфыйсылыҡ тәриҡәте традицион Исламдан үҙенең алымдары менән, ҡайhы бер урында йөкмәткеhе менән дә айырмалы булған. Барындар тәүҙә уны ҡабул итмәгән. Бигерәк тә Ҡөрьән сүрәләрен уҡығанда ҡапыл тауыш тулҡындарын үҙгәртеп ебәреү, уларҙы йә күтәреп, йә ауазын соҡорҙан сығарған кеүек hәр төрлө хәрәкәттәр яhап башҡарыу тыңлаусыларҙы аптыратҡан. Мәҫәлән, Уау Вәхит дәрүиш, шул төбәктә йәшәгән халыҡ Күк бүре нәҫеленән булған, тип, уларҙың ҡайhы береhенә бүрегә эйәреп олоуҙы талап иткән. Үҙе лә hәр ваҡыт кистәрен бүре булып олоhа, Урал армыттары араhындағы Уй таштары тауындағы бүреләр Уау Вәхитте берҙәм күтәреп алған. Шуға ла уға "Уау" ҡушаматы тағылған да инде. Ә "диуана" ҡушаматына килгәндә, уның ҡылыҡ-ҡыланыштары ғәҙәти кешенекенә оҡшамаған булған. Әммә үҙе бик зирәк, үткер телле фекер эйәhе булып танылған. Мәҫәлән, ул кеше күрмәгән ерҙә таҡмаҡлап, бик ихласлап, төрлө хәрәкәттәр яhап, үҙ алдына бейегән. Тимәк, унда бейеү hәләте булған. Мейеhендә бейеү хәрәкәттәре яралмаhа, ул бейемәҫ ине. Тик үҙ-үҙенә ниндәй көй әйтте икән? Тыңлап тораhы ине лә бит... Тағы... Уау Вәхит атҡа менhә, артҡа ҡарап ултырып сабыр булған. Әммә ат ул ҡайҙа теләhә, шунда боролған. Атын ашарға ебәрер булhа, уны арт аяҡтарынан тышаған. Ат йыраҡ китә алмаған. Көҙ етеп, бүре көсөктәре үҫеп еткәс, халыҡ hыйырҙарын киске үрешкә сығармаған. Сөнки бүре күп булған. Ә Уау Вәхит hыйырҙарының муйынына дегеткә манылған сей сирәмәт ҡайыш тағып сығарған. Һөҙөмтәлә бүреләр, hыйырҙарға йәбешеү түгел, уларға яҡын да килмәгән. Уау Вәхит ағас күнәктәр эшләү оҫтаhы була. Әммә ҡыҙҙарының hыу ташый торған күнәктәрен махсус тишекле итеп эшләй. Һөҙөмтәhе шул: ҡыҙҙары шишмәгә бер барыр урынға өс-дүрт тапҡыр барған. Сөнки ҙур ағас сапсыҡты тултырырға кәрәк булған. Йондоҙ йымылдағанда ташылған hыу шифалы ла, бәрәкәтле лә була, тип иҫәпләгән һәм ҡыҙҙарын hыуға кис, мәҙек үткәс, йондоҙ ут алғас, ебәргән.
Зәйнулла ишандың атаhы яғынан туған был бабайы уларҙың шәжәрәләрендә юҡ, сөнки унда hәр атанан тик берәр генә бала күрhәтелгән. Һис шикhеҙ, Зәйнулла ишанды бала ваҡытынан уҡ Ер кендеге армыттары аҫтынан сыҡҡан Аҡ Иҙел, Яйыҡ, Әй, Уй, Мейәс йылғаларының hыуы hәм ере гүзәллеге рухи хазинаға ҡойондорған. Ә бабайы Уау Вәхит диндең төбәк өсөн яңы суфыйсылыҡ алымын ҡулланып, үрнәк күрhәткән. Уау Вәхит Зәйнулла тыумаҫ борон уҡ уның инәhенә: "Килен, ҡорhағыңды hаҡла. Унда ишан булырҙай бала ята", - тип күрәҙәлек әйткән.
Инәhе яғынан бик уҡымышлы, Ислам тәғлимәтенең ҡануниәтен генә түгел, бөтә төрки донъяhының тарихын яҡшы белгән абруйлы, зиhенле, ғилемле hәм үҙ баhаһын белгән, тирә-йүнгә остаз булған Аҙнасура ишандың рухи hыны ла Зәйнулла күңеленә өлгө булып hеңгән була. Нәҡшбәндиә тәриҡәтен мауығып өйрәнеүгә 1859-1860 йылдарҙа Силәбе ҡалаhы тирәhендәге Сарҙаҡлы ауылы шәйехе Fәбделхәлим хәҙрәткә мөрит булып барғас ҡына ныҡлап тотонhа ла, был ғилемдең нигеҙе hәм башы үҙ тыуған ауылы Шәрип (Әүәзә) hәм саҡырым ярым ерҙә ятҡан Аҙнасура ишандың Аҙнаш ауылына бәйле. Әлбиттә, Зәйнуллаға суфыйсылыҡ тураhындағы төп төшөнсәне ата-инәhе, ауыл мөхите тарихы бирә. Уау Вәхит диуананың ҡәбер ташы Шәрип-Әүәз ауылы зыяратында бөгөн дә бар.
Уның ысын исеме Мөхәммәт Вәхит булғанға оҡшай. Сөнки ҡәбер ташында Мөхәммәт тигән hүҙ ҙә уҡылған кеүек. Яҙыуҙы быуаттар ел-ямғыры ярайhы уҡ тигеҙләгән. Ул осорҙа ташты тәрән итеп соҡорлоҡ ҡаты тимер ҙә hирәк булғандыр. Аҙнаш ауылында ҙур мәсет булмаған. Уй йылғаhында өс тирмән торған. Икеhенең исеме билдәле: Хәлил тирмәне, Йосоп тирмәне. АҠШ тип йөрөтөлгән Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип ауылы бер-береhенән ярты саҡырымда ята. Урталағы Барын-Табын ауылы Ҡужай мәсетенә hәм мәҙрәсәhенә лә йөрөгәндәр, тигән хәтирә ҡалған. Күрәhең, Аҙнасура ишан шул ике мәҙрәсәлә уҡытҡан. Шул мәҙрәсәләрҙең дауамы булып Ҡужай ете йыллыҡ мәктәбе 1960 йылдарҙан hуң да эшләне. Илебеҙгә ул мәктәп фән, хужалыҡ, мәғариф, сәнәғәт өлкәhендә эшләүсе бик күп белгестәрҙе бирҙе. Улар араhында Мәскәүҙә СССР юстиция министрлығы хеҙмәткәре булып эшләгән Бижан Абдуллин, математика фәндәре докторы Хәйрулла Мортазин, федераль кимәлдә эшләүсе нефть сәнәғәте эшмәкәре Жәүҙәт Fәлимов, яҙыусы Рәүеф Насиров h.б. бар.
Зәйнулла Рәсүлевтың тормош көтөүҙәге ҡеүәте үҙе инанған тәғлимәтенә сикhеҙ ышаныуында. Уның зиhенендә, аңында. Кешеләрҙе ышандыра hәм үҙ артынан эйәртә алыуы тәбиғи булмышында ла. Ул рухи эске көстө тәбиғәттән алған. Төп Урал армытының итәгендә тыуғанғамылыр, ул тауҙар менән аралашмайынса, улар менән hөйләшмәйенсә, йылдың ике миҙгелен үткәрмәгән.
Көнсығыш табындар башҡа ырыу-ҡәбиләләр менән үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап hәм hаҡлап бик күп яуҙар үткәргән. Ошо яуҙарҙан hуң ырыу етәкселәре, дошманға ҡалмаhын, тип, Урал тауҙары араhындағы ҡая мәмерйәләргә иҫке китаптар, бик күп уҡ, hөңгө баштары, эйәр, әпсен-төпсөндәре, ҡылыс, ҡалҡан-хәнйәрҙәр йәшергән. Әммә ул ерҙәрҙе hанаулы ғына кешеләр белгән. Сер беләктән ҡан ағыҙып, Ҡөрьән тотоп ант итеү менән нығытылған. Сер эйәләре берәм-берәм баҡыйлыҡҡа китеп бөткәс, серҙе белеүсе hуңғы кеше, ант ғөрөфөн үтәтеп, бер улына ғына серҙе сисергә тейеш булған. Мәмерйә ауыҙын таш емереп бикләгәндәр. Инсандар мәмерйә ауыҙының теүәллеген күҙәтеп торған. Зәйнуллаға ошо сер мираҫ булып ҡалған да инде. Әммә ул сер Зәйнулла Рәсүлев 1917 йылда баҡыйлыҡҡа киткәс тә сиселмәгән була әле. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә ул ғәмәлдең дауамын моронлата биреп ҡуя. Әммә төп нөсхәhен яҙмай. Сөнки яҙырға ярамай. Хатта бер-ике кешенең ҡайhы ауылдыҡы икәнен дә яҙа. Әммә ул тарихты белмәгән кешеләр был серҙең әтнәкәһенә әле лә төшөнмәйҙәр. Ул серҙең ҡоршауын, күрәhең, бер ҡасан да сисергә ярамайҙыр. Ул сер тураhында hөйләшкән өс бабай, күрәhең, мине hәм иптәшемде бала тип иҫәпләгәндәрҙер. Беҙҙең, 12 йәшлек малайҙарҙың, hаҡҡолаҡ булыуыбыҙҙы уйламағандарҙыр. Тик беҙ икебеҙ ҙә уны ишеттек, нәмә тураhында hүҙ алып барғандарын да белдек. Тик сер урынын аңлай алманыҡ. Беҙгә ул сер булып ҡалды. Һәм әле лә сер.
Зәйнулла ишан Өстамаҡ-Троицкиҙан йыл hайын бер тапҡыр булhа ла тыуған яҡтарына ҡайтыр булған. Ҡайтҡас, атын менеп, берәүҙе лә үҙе менән алмай, тауҙар араhына киткән. Хатта бер-ике төн үткәреп ҡайтыр булған. Уның был холҡона халыҡ бер ни тиклем аптыраhа ла, аҙаҡ йыл hайын ҡабатланған хәлгә иғтибар итеүҙән туҡтаған. Ана шулай, Зәйнулла ишан тормошонда серҙәр ифрат та күп була. Уның артынан эйәреп, аңдып барып та ҡарағандар. Үҙенә генә билдәле ерҙәрҙә ул бик оҙаҡ итеп үҙ тәриҡәтен үтәгән. Һәм шуның менән үҙен ваҡытлыса был фани донъянан йәнәш донъяға күсергән, тиҙәр. Суфыйсылыҡтың төп билдәhе, алымы - ул күңелеңде фани тормош тутынан таҙартыу, үҙеңә Аллаh исемен генә түгел, уның рухын, бәлки, үҙен дә hеңдереү, hәр саҡ Аллаһ менән бергә булырға тырышыу, тип аңлау яҙыҡ булмаҫ.
Аят сүрәләрен матур буяуҙар менән ҙур туҙға, эшкәртелгән бәрәс, быҙау йә ҡолонсаҡ тиреhенә, әгәр табылhа, ҡалын ҡағыҙға яҙып, стеналарға элеп ҡуйыу ҙа суфыйсылыҡ тәриҡәте билдәhе. Кешеләрҙең холҡо тәбиғәттә төрлө-төрлө hыҙатҡа эйә. Һәм суфыйсылыҡ тәриҡәтенә килгән ҡайhы кеше үҙ-үҙен дәрүишлек көнитмешенә бағышлай. Үҙендә сабырлыҡ, түҙемлек, йыуашлыҡ тәрбиәләй. Әммә уларҙа уйлаған уйҙы кисекмәҫтән тормошҡа ашырыу hыҙаты көслө. Уның булмышына хатта дыуамаллыҡ та хас. Зәйнулла кеүек ҙур зиhенлеләр, әлбиттә, дыуамал аҙымдарын йүгәнләй белгән. Шуның менән бергә уларға кеше ҡылыҡтарын, уйламай эшләгән эштәрен кисерә белеү хас. Төрлө кешелә суфыйсылыҡ тәриҡәте төрлө сифат тәрбиәләгән. Мәҫәлән, ҡәтғилеҡ холҡо. Ҡәтғи инаныу. Ул үҙ инаныуынан бер ваҡытта ла сигенмәгән. Эске ҡәтғилек ҡырҡа маҡсат та тыуҙырған. Ҡырҡа маҡсат ҡыҙыулыҡҡа килтерhә лә инанған тәриҡәте сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өндәгәс, ул уға буйhонорға мәжбүр.

Спартак ИЛЬЯСОВ. 
"Киске Өфө" гәзите.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас