

Яугир аяғын тотоп көйө ергә ҡолай
...Ҡаты алыштарҙың береһе. Беҙҙекеләр араһында яраланыусылар ҙа бар. Эвауация төркөмө эшләй. Был мәлдә, билдәле, етеҙлек, һиҙгерлек, медицина һәм хәрби оҫталыҡ, шул уҡ ваҡытта һалҡын ҡанлылыҡ талап ителә. Яраланған яугирҙы хәстәрләү генә түгел, үҙеңде лә һәләк итмәү бурысы ла тора. Сөнки юғалтыуҙар ул саҡта күберәк буласаҡ...
Әммә тормошта, ғәмәлдә, бигерәк тә һуғыш яланында һин уйлағанса ғына барамы икән?! Улай ғына ла түгел, нисек кенә булмаһын, яугир үҙенән бигерәк яуҙашы тураһында нығыраҡ уйлана, хәстәрләй. Ә Шайморатовсылар нәҡ ҡорал дуҫлығы, берҙәмлек менән дан тота!..
Был юлы ла шулай килеп сыға. Яу мәле. Эвакуация төркөмө яраланыусы янына ашыҡҡан бер мәлдә “Терминатор”ҙың аяҡ аҫтында ғына шартлау тауышы яңғырай. Бер мәл... Бер секунд... Ғүмер менән әжәл араһы. Яугир аяғын тотҡан көйө ергә ҡолай. Бәхеткә күрә, яра аяҡҡа тура килә.
– Аңламай ҙа ҡалдым, мина шартлап та китте. Ярай әле урында аяҡта өҙөп ырғытманы, – тип иҫләй был мәлде яугир. Шулай, дошман үҙе тиҫтәләгән-йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән ҡорбандары менән сигенһә лә, “буш” китмәй, миналар-дрондар һағалап ҡына тора. Әммә, егеттәребеҙҙе дошмандың үҙе лә, “ҡалдыҡтары” ла ҡурҡытмай! Сөнки алда ерҙе фашизм ҡалдыҡтарынан әрсеү бурысы тора!
“Мин ВДВ-ла хеҙмәт иттем!”
Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ ҡаты яраланыу һөҙөмтәһендә дауалана, реабилитация үтә. “Ысын мәғәнәлә аяҡҡа баҫыу менән фронтҡа барам!” – тип атлығып тора.
– Унда яуҙаштарым, дуҫтарым көтә. Илем көтә! – тип тә өҫтәй яугир. Әлбиттә, яраланғанға тиклем “Терминатор” аҙ дошманды ҡырмаған, хәрби заданиеларҙы үтәүҙә үҙ өлөшөн индергән. Әммә аңларға була: ҡорал дуҫлығы, берҙәмлек егеттәребеҙ өсөн яу яланында ғына түгел, хәҙер инде ғүмерлеккә һуҙылған изге төшөнсә булып ҡаласаҡ!
Яугир менән аралашыу мәлендә батырлыҡ төшөнсәһе тураһында ла, һуғыштың көндәлек мәшәҡәттәре хаҡында ла һөйләшәбеҙ. Асыҡтан-асыҡ. “Тәүге яуға ингәндә ҡурҡыныс булдымы?” – тигән һорауҙы ла биреү мөһим журналист өсөн.
– Мин ВДВ-ла (Һауа-десант ғәскәрҙәрендә – авт.) хеҙмәт иттем! – ти ғорурланып “Терминатор”. – Шуға ныҡлы әҙерлек үттем. 2013-2014 йылдарҙа Дондағы Ростов ҡалаһында 29-сы бригадала дөрөҫ атырға ла, шыуышырға ла, һикерергә лә өйрәттеләр. Командирҙарҙың, инструкторҙарҙың нисек итеп дошманды юҡ итеү, һаҡланыу буйынса һабаҡтары ғүмерлеккә иҫтә ҡалды!
Хәрби әҙерлек үтеү һуғыш яланы өсөн ҙур нигеҙ булып тора – бөгөнгө көндә был көндәлек һуғыш яңылыҡтары менән иҫбатлана бара.
– Иң мөһиме, әрме эске көс тупларға йәки яу яланында ҡурҡыу хистәренән арынырға әҙерләне. “Һин батыр, һин һалдат!” тигән һүҙҙәр рухи көс өҫтәй, – тип дауам итә һүҙен яугир. – Әлбиттә, һәр кемдә хафаланыу тойғоһо була – был тәбиғи сифат. Әммә ошо тойғоно һин дошманға ҡаршы барғанда еңергә тейешһең. Шунһыҙ дошманды юҡ итеп тә, үҙеңде һаҡлап алып ҡалып та булмаясаҡ! “Әрме бутҡаһы” нисә ҡабат әжәлдән һаҡлап ҡалды.
Шуныһын да өҫтәү мөһим: әлбиттә, элиталы ғәскәрҙәрҙә, ғөмүмән, әрмелә хеҙмәт итеү ир-егетте тәрбиәләй, уны сыныҡтыра, һуғысшы итеп үҫтерә, әммә, мәҡәлә геройы әйтмешләй, Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү бәхете һәр кемгә лә эләкмәй шул, бының өсөн бала саҡтан физик яҡтан ныҡлы, ҡурмаҫ булып үҫергә кәрәк! Шуға йәш быуынды был йәһәттән дөрөҫ тәрбиәләү фарыз.
Туған телде белеү фронтта отошло!
...“Терминатор” менән аралашҡанда шуныһы ла ҡыуандырмай ҡалманы: яугир Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән, ҡала егете, улай ғына ла түгел, уның ата-әсәләре лә ҡала кешеләре. Әммә, икенсе быуын ҡала вәкиле булһа ла, уның саф башҡортса матур итеп һөйләүе һоҡландырҙы ла, ғорурландырҙы ла! Ватансылыҡ, Тыуған ил, Батырлыҡ төшөнсәләре хаҡында әңгәмә ҡорғанда был күренеш бигерәк тә иғтибарға лайыҡ!..
– Был бит минең ата-әсәмдең теле! Хәҙер хатта ауылда ла башҡортса һөйләшә белмәгән балаларға ҡарап, уларҙы тәрбиәләгән кешеләргә аптырайым, – тип тә өҫтәй десантсы. – Фронтта телдең ҡәҙере нығыраҡ беленә, хатта файҙаһы ла бар: рациянан саф башҡортса аралашһаҡ – дошман тыңлаған хәлдә лә аңламаясаҡ. Ошо йәһәттән дә телде өйрәнеү мөһим!
Бына ҡайҙа ла барып тоташа икән тел мәсьәләһе... Улай ғына ла түгел, егеттәребеҙ бөгөнгө көндә фронтта Ватанын, күп милләтле халҡын яҡлап алышҡан бер мәлдә урында балаларыбыҙҙың тел белмәй ултырыуы аяныслы хәлгә тиң! Ошолар хаҡында әсенә ул.
Суворов, “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән яҡташыбыҙға тиҙерәк һауығыуын теләп, яуҙағы хәрби хеҙмәте, илһөйәрлеге өсөн баш эйеп, уны һәм барлыҡ десантсыларҙы байрамдары менән ҡотлап ҡалабыҙ!
Рәмил МАНСУРОВ.
Фото “Терминатор”ҙың шәхси архивынан алынды.