Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Август 2025, 07:33

Социаль һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Ағымдағы йылдың ете айында һалым түләүселәрҙән социаль һалым ҡайтармаһын ябайлаштырылған тәртиптә алыу буйынса  7488 ғариза ҡабул ителгән.

Социаль һалым ҡайтармаһын нисек алырға?Социаль һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Социаль һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан граждандар 2024 йылғы уҡыу, медицина хеҙмәттәре, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре, ирекле медицина страховкалауы килешеүҙәре буйынса страховка иғәнәләре, ирекле пенсия страховкалауы һәм ирекле ғүмер страховкалауы, дәүләткә ҡарамаған пенсия тәьминәте буйынса килешеүҙәренең пенсия иғәнәләре буйынса социаль ҡайтарманы ябайлаштырылған тәртиптә алырға була.

Быйыл ете айҙа һалым түләүселәрҙән социаль һалым ҡайтармаһын ябайлаштырылған тәртиптә алыу буйынса  7488 ғариза ҡабул ителгән. Раҫланған һалым ҡайтармаһы - 379 миллион һум, шул иҫәптән физик шәхестәрҙең килеменә өҫтәмә хаҡҡа һалым суммаһы 49 миллион һум тәшкил иткән.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет”ы булған һәм хеҙмәттәрҙе күрһәтеүгә килешеү төҙөгән һалым түләүселәргә һалым органдарына 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын, был ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлаған документтар пакетын тапшырырға кәрәкмәй.

Сығанаҡ. 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас