

Балыҡсы өйгә ҡайтып барғанда, эшләпәһен яр буйында онотоп ҡалғанын иҫенә төшөрә. Кире китеп барғанда ул батып барған ҡыҙҙы күреп ҡала. Ир һыуға һикереп, зыян күреүсене ҡотҡара.
Көндәр матур, эҫе тора. Барыһы ла һыу буйында. Ҡыҙғанысҡа күрә, республикала батып үлеүселәр һаны арта бара.
Шуға күрә һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә: һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына файҙаланығыҙ, бер ҡасан да бәләкәй балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ!
Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй, онотмайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!