Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Август 2025, 11:35

Стәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгән

"Ларгус" Һәм Kia Optima бәрелешкән

Стәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгәнСтәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгән
Стәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Стәрлетамаҡ районында (Ашҡаҙар ауылы янында) Р-240 трассаһының 135-се километрында Kia Optima һәм Лада-Ларгус ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында өс кеше һәләк була. Был хаҡта 7 июлдә, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һәм Дәүләт Автоинспекцияһында хәбәр иттеләр. Авария төндә юл сатында була. 22 йәшлек Kia водителе, 40 йәшлек һәм 51 йәшлек «Лада» пассажирҙары һәләк була. Тағы ике кеше йәрәхәтләнә. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләгән, фажиғәнең нескәлектәре әлегә асыҡлана.

Источник: ufa1.ru

Стәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгән
Стәрлетамаҡ янындағы юл сатында өс кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас