

Бөгөн, 10 августа "Башҡорт сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте производствоһында 9 августа булған ғәҙәттән тыш хәл буйынса брифинг уҙғарылды.
Брифингта ҡалалағы хәл-торош буйынса спикерҙар:
- «БСК» Акционерҙар йәмғиәтенең "Каустик" етештереү директоры Владимир Князев;
- Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов;
- Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров;
- «БСК» Акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Александр Пименов сығыш яһаны.
«Каустик» производство майҙансығында булған авария ҡала халҡының ғүмеренә һәм һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырмай. Зыян күргән үткәргес торба клапанды автомат киҫеү системаһы менән йыһазландырылған, был хәлде тиҙ арала юҡ итеү мөмкинлеген биргән. Ғәҙәттән тыш хәл компетентлы органдарҙың даими күҙәтеүе аҫтында һәм тейешле дәүләт органдары менән тығыҙ бәйләнештә, инцидент сәбәптәре ентекле тикшерелә.
Барлыҡ кәрәкле хәүефһеҙлек саралары күрелгән, зыян күреүселәрҙең барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Төрлө министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың 4 күсмә лабораторияһы һауала хәүефле матдәләр булыу-булмауға үлсәүҙәр үткәрә. Хәүефле матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы сигенән артыҡ булыуы асыҡланмаған.
"Башҡорт сода компанияһы" йәмғиәте зыян күргән хеҙмәткәрҙәрҙе дауалау һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән бәйле бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала хеҙмәткәр дежур итә, ул кәрәк саҡта тиҙ арала бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һатып ала һәм килтерә", - тип белдерҙе махсус брифингта Башҡарма директор Александр Пименов.
Шулай уҡ брифингта 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров зыян күреүселәрҙең хәле тураһында актуаль мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Уларҙың барыһы ла ваҡиға урынында кәрәкле тәүге ярҙам алған һәм шунда уҡ Стәрлетамаҡтың медицина учреждениеларына оҙатылған, ә 11 кеше - Өфөнөң махсуслаштырылған клиникаларына, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм Ҡыуатов исемендәге Яреспублика клиник дауаханаһына ебәрелгән. Федераль клиникалар менән үткәрелгән телемедицина консультациялары дауалау тактикаһын яраштырырға мөмкинлек бирә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ, зыян күреүселәрҙең хәле тотороҡло.