Салауат ҡалаһы буйынса дежур бүлеккә мутлашыу тураһында ғариза менән оло йәштәге ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, енәйәтселәр, ышаныс менән файҙаланып, уның аҡсаһын урлаған.
Был нисек булған? Пенсионерға таныш булмаған номерҙан видео шылтыратыу килә. Линияның икенсе осондағы ҡатын, йөҙөн күрһәтмәйенсә, яңы домофон асҡысын алыу өсөн кәрәк тип һаналған sms кодын әйтергә ҡуша. Подъезда ысынлап та домофон менән проблемалар булғанлыҡтан, ғариза биреүсе алдашыуҙы һиҙмәй һәм кодты хәбәр итә. Тиҙҙән уға икенсе мутлашыусы шылтыратып, үҙен «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул sms-тан код тапшырыу пенсионерҙың бөтә аҡсаһын һәм мөлкәтен хәүеф аҫтына ҡуйғанын, ә «һаҡлау» өсөн тиҙҙән бәйләнешкә инәсәк «ФСБ хеҙмәткәре» күрһәтмәләрен үтәргә кәрәклеген белдерә. «Аҡсаны ҡотҡарыу операцияһы» булып, мутлашыусылар өс көн дауамында ҡатын-ҡыҙҙы «хәүефһеҙ иҫәп»кә аҡса күсерергә мәжбүр итә. Уның иҫәбендә 320 мең һум ғына ҡалғас, енәйәтсе шылтыратырға вәғәҙә итә һәм юғала.
Алданғанын аңлап, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Мутлашыу факты буйынса тикшереү башлана. Полиция иҫкәртә: шылтыратыусы банк, дәүләт хеҙмәттәре йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булып таныштырһа ла, бер ҡасан да SMS кодтарын хәбәр итмәгеҙ; сит кешеләрҙең үтенесе буйынса экранды күрһәтеүҙе ҡтоҡандырмағыҙ; аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп – хисаптарға» күсермәгеҙ.