Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Август 2025, 04:59

Үҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итә

  Ике легендар коллектив - Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле һәм Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле Өфөлә «Армия мәҙәниәте көндәре" сиктәрендә берлектәге программа тәҡдим итәсәк

Үҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итәҮҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итә
Үҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итә

Үҙәк хәрби округ ансамбле Рәсәйҙең иң боронғо армия коллективтарының береһе. Уның репертуарында патриотик йырҙар, халыҡ бейеүҙәре, хәрби марштар һәм һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында әҫәрҙәр бар. «Мираҫ» ансамбле — башҡорт мәҙәниәтенең визит карточкаһы. Ул сағыу вокаль-хореографик композициялары, ҡеүәтле вокалы, оркестр музыкаһы һәм халыҡ бейеүҙәре менән дан тота.

Уларҙың берлектәге сығышын тамашасылар тәүге тапҡыр 24 августа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә ҡарай ала. Программала халыҡ көйҙәре, хәрби марштар һәм лирик композициялар, батырлыҡты һәм Ватанға һөйөүҙе данлаған дәртле бейеүҙәр. Алдан хәбәр ителгәнсә, 3-10 сентябрҙә Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Ҡырымға гастролгә барасаҡ.

Источник

Үҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итә
Үҙәк хәрби округының ансамбле Өфө коллективы менән программа тәҡдим итә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас