Башҡортостандың Әлшәй районында иҫерек водитель арҡаһында 12 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итә. Мәғлүмәттәр буйынса, 18 августа киске сәғәт унынсы яртыла Аксенов ауылындағы Вокзал урамында урындағы бер кеше, иҫерек килеш, ВАЗ-2114 машинаһын йөрөткәндә, юл ситендә велосипедта йөрөгән ҡыҙға бәрелә. Көслө бәрелештән бала ваҡиға урынында һәләк була. Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ирҙең иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүен асыҡлаған. Водителдең медицина тикшереүе һөҙөмтәһе уның тынында 1,400 мг/л алкоголь күрһәтә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө эшләй.
Фото: БР ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте
Источник