Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Август 2025, 09:39

Башҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған

  Ир хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың законлы талаптарын һанға һуҡмаған.  

Башҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторғанБашҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған
Башҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 августа полиция хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙың әйләнешен туҡтатыу буйынса саралар комплексын үткәрҙе. Стәрлетамаҡ янындағы урман һыҙаты районында улар «Лада ларгус» автомобилен күргән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡынлашыуын күреп, водитель ҡапыл хәрәкәт башлай, ҡасырға тырыша. Бер нисә тапҡыр туҡтатыу талаптарына ул яуап бирмәй, шул иҫәптән хеҙмәт автомобиле менән бәрелешә, был ҙур булмаған механик зыян килтерә. Һуңыраҡ водителде туҡтатып тотоп ҡалалар. Ул 53 йәшлек урындағы кеше булып сыға. Иргә ҡарата административ материал төҙөгәндәр. Шулай уҡ уның наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге енәйәттәрҙә ҡатнашыуы ихтималлығы тикшерелә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Источник

Башҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған
Башҡортостанда шикле водитель юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас