

Уҙған ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ю. Гагарин исемендәге паркында йәнә “Беҙ бергә!” башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале уҙғарылды. Ағымдағы йылда “Юлдаш” радиоһы 25, ә “Галактика” күңел асыу аттракционы – 20 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй.
Быйылғы осрашыу РФ Президенты гранттары фонды ярҙамында “Креатив кластер “Беҙ бергә – Мы вместе!” проекты барышында тормошҡа ашырыла. Ошо фонд ярҙамында бөтә ил буйынса бихисап саралар ойошторола, шул иҫәптән “Беҙ бергә!” башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале лә.
“Галактика” күңел асыу үҙәгенең юбилейы уңайынан “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева ихлас теләктәрен сәхнәнән еткерҙе.
Ошо йылдар эсендә ул бик ныҡ үҫеште. Был парктағы аттракциондар селтәре – ҡала халҡының ғына түгел, бик күп ҡунаҡтарҙың да яратҡан ял итеү урыны ул. Ошо күркәм урында “Юлдаш” радиоһы менән берлектә үткәрлегән “Беҙ бергә!” йыр фестивале “Про парк” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә “Йыл сараһы” номинацияһында еңеү ҙә яуланы.
Шулай уҡ әлеге сара бер нисә йыл элек Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына, республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылғайны. Фестивалдә “Юлдаш” радиоһының популяр “Теге өсәү”е – Йәмил, Филүс, Айбулат яҡшы кәйеф һәм бүләктәр өләште.
Етенсе йыл рәттән “Юлдаш” радиоһы менән “Галактика” күңел асыу үҙәге берлектә башҡорт эстрадаһы башҡарыусыларын бер сәхнәгә йыйҙы. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары – Зифа Нагаева, Ян Лира, Рәил Өмөтбаев, Әлфиә Әмирханова, үҙенең “Мин бай” тип аталған өр яңы йыры менән Гөлдәр Ишҡыуатова, йәш йырсы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, шул иҫәптән “Голос. Дети” телевизион проектында ҡатнашыусы Рамаҙан Биккинин һәм башҡа талантлы артистар стәрлетамаҡтарға яҡшы кәйеф һәм яңы йырҙарын бүләк итте.
Шулай уҡ, байрам ҡунаҡтары өсөн милли оҫталыҡ дәрестәре, биҙәүестәр йәрминкәһе, бихисап уйындар, сағыу фотозона тәҡдим ителде һәм селфи төшөп, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһы төркөмөндә “Мин бында” тип фото һалыусылар араһында еңеүселәр ҙә билдәләнде. Стәрлебаш районынан Лилиә һәм Алмаз Рәжәповтар ғаиләһенә “Галактика” компанияһының 20 йыллығы уңайынан Гагарин паркында 20 тапҡыр күңел асып, ял итеп ҡайтырға сертификат тапшырылды. Афарин!
Йыр фестивале парктың визит карточкаһына әүерелгән дә инде: бында яҡын-тирәләге райондарҙан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә тамашасы йыйылды был көндө, барлығы 15 меңдән ашыу кеше ине.
Саранының ойоштороусылары булып, “Юлдаш” радиоһы, “Галактика” аттракциондар комплексы һәм “Изге эштәр донъяһы” ойошмаһы тора.
“Беҙ бергә!” халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытырға булышлыҡ итә, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында милли радионың республика мәҙәниәтенә индергән өлөшө лә булып тора.
Әлфиә МАНСУРОВА.
П.ПОНОМАРЕВ фотолары.
Һүҙ сарала ҡатнашыусыларға:
Резеда ӘХМӘҘИЕВА:
– Беҙ тормош иптәшем һәм улым менән Ҡырмыҫҡалы районынан тап ошо сарала булып, яратҡан йырсыларымды тыңлап, күңел асып ҡайтырға, тип килдек. Фестивалдә икенсе йыл ғына ҡатнашам, әммә бындай дәртле сара киләһе йылдарҙа ла уҙғарылып торор һәм береһен дә ҡалдырмай килеп торорбоҙ, тип ышанам, – тип фекере менән ихлас уртаҡлашты Резеда ханым.
Әминә ИҘЕКӘЙЕВА:
– Сараға быйыл мин тәүге тапҡыр килдем. Ысынлап та, иҫ китмәле матур, дәртле һәм күңелле байрам икән. Ҡала халҡына ошондай байрамдарға йөрөргә, ыңғай тәьҫораттар алырға кәңәш итер инем, сөнки кешеләр менән аралашһаң үҙеңде бөтөнләй икенсе тояһың. Бик күп таныштарымды, яҡындарымды осраттым. Быйылдан алып мин ошо фестивалдә йыл да ҡатнашасаҡмын, Алла Бирһә!