

9 августа Стәрлетамаҡта V «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров креатив (ижади) индустрияларҙы үҫтереү буйынса республика советының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, төбәктең министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципаль хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары, ижади коллективтар һәм оҫтаханалар етәкселәре, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы йыйылыусыларҙы ағымдағы йылда 8 августа тәүге тапҡыр билдәләнгән ижади индустриялар көнө менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе республикала ижади берләшмәгә ярҙам инфраструктураһын булдырыуҙың төп этаптары хаҡында ла һөйләне.
– Бөгөн беҙ Советтың икенсе ултырышын үткәрәбеҙ. Уның бурысы – креатив индустриялар өлкәһендәге эштең төп йүнәлештәрен билдәләү. Тәүге осрашыуҙан алып беҙ, беренсенән, «Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында» закон, шулай уҡ иҡтисадтың был өлкәһен көйләүсе норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул иттек. Бындай проекттарға ярҙам итеү системаһын булдырабыҙ – стратегик эшләнмәләр үҙәге ҡарамағындағы креатив индустрияларҙы үҫтереү дирекцияһы, продюсерҙар клубы эшләй башланы. Инвесторҙар мәсьәләләрен оператив хәл итеү һәм уларға ярҙам сараларын ҡабул итеү өсөн даими рәүештә «Ижади индустриялар сәғәте» үткәрәбеҙ. – Муниципаль кимәлдә был эште бизнес-шерифтар – эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы ҡала һәм район башлыҡтары урынбаҫарҙары алып барасаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ муниципалитеттар менән әүҙем эш башланыҡ та инде, ете пилот биләмәһен – Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел һәм Сибай, Белорет, Бөрө һәм Шишмә райондарын билдәләнек, – улар миҫалында артабан уны бөтә республикаға таратыу өсөн идара итеү системаһын эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Стәрлетамаҡта ижади индустрияларҙың үҫеше тураһында ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һөйләне. Ул «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале – перспективалы художестволы ниәт һәм креатив иҡтисад идеяларына яҡын символикалы ваҡиға, тип билдәләне. Ҡалала тарихи үҙәкте реновациялау, туристик-рекреацион биләмә булдырыу һәм автор музейҙарын үҫтереү буйынса проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла, был туристар ағымының артыуына һәм инвестициялар йәлеп итеүгә килтерә.
Радий Хәбиров тармаҡҡа ярҙам саралары хаҡында иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән, Башҡортостанда йыл һайын кинематографияны үҫтереүгә дөйөм суммаһы 50 миллион һумлыҡ гранттар бүленә.
Ултырыш аҙағында төбәк етәксеһе, советҡа ағзалыҡ иҡтисадтың ижади секторын әүҙем үҫтереүҙе күҙ уңында тота, тип билдәләне. Унда ҡатнашыусылар, асылда, республикала ижади индустрияларҙың амбассадоры булырға тейеш. Был маҡсатҡа тармаҡтағы ҡаҙаныштар өсөн йыл һайын премиялар тапшырыу тантанаһы булышлыҡ итәсәк. Тәүге тапҡыр сараны 2025 йыл аҙағында үткәреү планлаштырыла.