Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Август 2025, 12:11

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәк

Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» проекты саралары дауам итә. Бөгөн, 25 августа, Өфө театрҙарында фестивалгә арналған спектаклдәр күрһәтеү планлаштырылған.

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәкБашҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәк
Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәк

Мәҫәлән, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡунаҡтар рус телендә «Бер ғүмер, күрәһең, аҙ» спектакленең премьераһын ҡарай аласаҡ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" спектаклен тәҡдим итә.

Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле Башҡортостан буйлап гастролдәрен дауам итәсәк һәм Күмертауҙа концерт менән сығыш яһаясаҡ. Өфөнөң Совет майҙанында РФ Оборона Министрлығының ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт була. Атап әйткәндә, Рәсәй Геройҙарына арналған «Беҙҙең маяҡтар» кисәһе үтәсәк. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары алдында Рәсәй Армияһының Үҙәк академия театры, А.В. Александров исемендәге йыр Һәм бейеү ансамбле, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы, «Рубин йондоҙо» фронт ижади бригадаһы һәм Көньяҡ хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле артистары сығыш яһай. Шулай уҡ концертҡа Башҡортостан артистары ла ҡушыласаҡ.

18.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле.

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәк
Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре: 25 августа тамашасылар нимә күрәсәк
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас