Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Август 2025, 13:00

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Альберт Шәйхетдинов үҙ бурыстарын үтәй башланы. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланыБашҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы
Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Белоруссияла, Үзбәкстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Ҡаҙағстанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә илебеҙҙең сауҙа вәкиллектәрендә Башҡортостан вәкиллектәре эшләй. Һандар һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, республикала был илдәр менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барыла: тышҡы сауҙа әйләнеше арта, инвестициялар йәлеп ителә, яңы берлектәге производстволар булдырыла. 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас