

2022 йылда Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Нефтекамала ла Ҡала дауаханаһы базаһында белем биреү учреждениеһы филиалы асылды. Ә 2023 йылда Бөрө медицина-фармацевтика колледжы «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә «Клиник һәм профилактик медицина» белем биреү кластерын үҫтереү өсөн базаға әүерелде. Был яңы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса лабораториялар төҙөүгә федераль аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Киләһе йылда «Профессионалитет» проекты буйынса колледждың тағы бер бинаһын яңыртыу планлаштырыла. Был маҡсатҡа 118 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Төбәк етәксеһе колледждың уҡыу оҫтаханаларын һәм амбулатор-поликлиника комплексын ҡараны, медицина ярҙамы күрһәтеү методикалары менән танышты. Уҡыу йорто директоры Нилә Белобородова әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе республиканың медицина учреждениеларына эшкә килә.
Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттарының белем сифатын юғары баһаланы.
- Был юғары класлы белгестәр әҙерләгән тотош предприятие, Башҡортостандың иң яҡшы һөнәри уҡыу йорттарының береһе – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
- Һуңғы йылдарҙа колледж матди-техник базаны яңыртыу этабын үтә. Был бик мөһим, сөнки уның сығарылыш уҡыусыларынан күп һанлы кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы тора.