Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Август 2025, 07:31

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөр?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙ өлөшләтә магазиндарға ғына таянып, уртаса тауар хаҡын күрһәтәбеҙ! Әлбиттә, арзаныраҡ һәм ҡиммәтерәк вариаттар табырға мөмкин. Шулай уҡ, уҡыу йылы алдынан барлыҡҡа килгән төрлө ташламалар һәм акцияларға ла ориентирлашырға кәрәк. Бынан тыш, өҫ кейеменә һәм аяҡ кейеменә хаҡтар баланың йәшенә ҡарап үҙгәрә.  

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөр?Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөр?
Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшөр?

Август айында, ғәҙәттәгесә, ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу мәл башлана: баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Улыңды йәки ҡыҙыңды төрлө кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү, әйберҙәр һатып алыу - ябай эш түгел. Был күңелле лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор әсәйҙәрҙең нервыһын, ә атайҙарҙың кеҫәһен ныҡлыҡҡа һынай. Йылдан-йыл әйберҙәргә, шул иҫәптән мәктәп кәрәк-ярағына һәм формаға ла хаҡтар күтәрелеп кенә тора.

Әйҙәгеҙ әле ағымдағы йылда Стәрлетамаҡтағы мәктәп канцелярияһына, кейем-һалымға уртаса хаҡтарҙы барлап алайыҡ.

Йыл һайын ҡалалағы бер нисә магазин тәҡдимен ентекле өйрәнеп, канцелярия тауарҙарына, уҡыусылар өсөн мәктәп һәм спорт формаһына уртаса хаҡтарҙы тикшерәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙ өлөшләтә магазиндарға ғына таянып, уртаса тауар хаҡын күрһәтәбеҙ! Әлбиттә, арзаныраҡ һәм ҡиммәтерәк вариаттар табырға мөмкин. Шулай уҡ, уҡыу йылы алдынан барлыҡҡа килгән төрлө ташламалар һәм акцияларға ла ориентирлашырға кәрәк. Бынан тыш, өҫ кейеменә һәм аяҡ кейеменә хаҡтар баланың йәшенә ҡарап үҙгәрә.

Өҫкө кейем һәм аяҡ кейеме

Ҡыҙҙар өсөн мәктәп формаһы комплекты ағымдағы йылда уртаса 4000-8000 һумға тирәһе. Барыһы ла сифатына, үлсәменә һ.б. бәйле. Блузкалар 800-2500 һум торһа, сарафандар — 1500-3000 һумға төшә. Салбар һәм итәктәр (юбка) — уртаса 1500-3000 һум. Ҡыҙҙар өсөн босоножкалар яҡынса 1000-3000 һум тора.

Малайҙар өсөн мәктәп формаһы комплекты яҡынса 4000-8000 һум. Форма ике йәки биш кейем предметынан торасаҡ. Эске күлдәктәр (рубашка) 800ҙән 2 мең һумға тиклем тора, пиджак — 2000-4000 һум, жилет 1200-2000 һум тирәһе. Салбарҙы уртаса 2000-3000 һумға табырға мөмкин. Ә бына малайҙар өсөн аяҡ кейеме хаҡы 1500-3000 һум тора.

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫкө кейем һәм аяҡ кейеме

Ҡыҙҙар өсөн быйыл спорт кейеме комплектының уртаса хаҡы – 1 меңдән 3 мең һумға тиклем тәшкил итә. Был шорта һәм еңел футболканан торған еңел комплект булыуы мөмкин, йәки ҡалыныраҡ вариант: салбар һәм толстовка. Спорт аяҡ кейеме 1500-3000 һум тирәһе тора.

Малайҙар өсөн спорт кейеме комплекты уртаса 1300-ҙән 3000 һумға барып баҫасаҡ. Эстәлеге ҡыҙҙарҙыҡы кеүек үк. Физкультура өсөн кроссовка уртаса 1500-3000 һумға төшөр.

Канцелярия, рюкзак

Бында беҙ уҡыусыға кәрәк буласаҡ иң мөһим әйберҙәрҙе генә иҫәпкә алдыҡ. Уртаса хаҡтар бер данаға күрһәтелгән.

Рюкзак – 1500-3000 һум.
Ябай дәфтәр (12 битле) – 12-20 һум.
Дәфтәр (48 битле) – 60-180 һум.
Китап/көндәлек/дәфтәр тышы – 18-50 һум.
Альбом – 150 һум.
Көндәлек (дневник) – 200-350 һум.
Дәфтәрҙәр өсөн папка – 180 һум.
Төҫлө ҡағыҙ (А4, 8 төҫлө) – 70 һум.
Гуашь (12 төҫлө) – 400 һум.
Акварель (12 цветов) – 150 һум.
Буяу өсөн бумала – 50-200 һум.
Пластилин (8 төҫлө) – 150-250 һум.
Фломастерҙар (12 төҫлө) – 200-250 һум.
Төҫлө ҡәләмдәр (12 төҫлө) – 170-400 һум.
Пенал – 150-300 һум.
Линейка – 30-50 һум.
Ластик – 25 һум.
Төҫһөҙ ҡәләм – 19-30 һум.
Шариклы ручка – 35 һум.
Гельлы ручка – 45 һум.

– Эҙләһәң, арзан форма табырға була, әлбиттә. Тик арзан әйберҙең сифаты ла шул кимәл инде. Бер нисә айҙа форманың тышҡы ҡиәфәте юғала, “ялтырай” башлай, ултыра йәки һуҙыла. Шуға бер алғанда ҡиммәтерәк, әммә сифатлыны һайларға тәҡдим итәбеҙ. Бала көндөң күп өлөшөн мәктәптә үткәрә, шуға күрә кейем тәбиғи туҡыманан булһын – мамыҡ, йөн, кәмендә вискоза, – ти Юлиә исемле һатыусы.

Был өлкәләге белгестәр әйтеүенсә, иң сифатлы формалар Рәсәй һәм Беларусь етештереүселәрендә. Уларҙан һуң Ҡырғыҙстан, Төркиә килә. Ә бына Ҡытай әйберҙәре менән һаҡ булығыҙ: араһында һәйбәте лә осрауы бар, әлбиттә, тик башлыса сифатһыҙ буласаҡ.

Әлфиә МАНСУРОВА әҙерләне.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас